Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Ноябрь , 09:05

Күҙҙәрендә һағыш тулы өмөт

Мәҡәләм геройына 44 йәш, уның позывнойы – “Гранит”.

Күҙҙәрендә һағыш тулы өмөт
Күҙҙәрендә һағыш тулы өмөт

Күҙҙәрендә һағыш тулы өмөт

Батыр хаҡында

Мәҡәләм геройына 44 йәш, уның позывнойы – “Гранит”. Хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып, уның ысын исе­мен атамайбыҙ. “Гранит” Һәүәләй ауылында тыуған. 1996 йылда урын­дағы мәктәптә 11 класты уҡып бөткән­дән һуң Башҡорт дәүләт университе­тының хоҡуҡ институтын тамамлай. 2001-2003 йылдарҙа офицер звани­еһында Ырымбур өлкәһенең Тоцк гар­низонында урынлашҡан гаубицалы үҙ йөрөшлө-артиллерия дивизионында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Резерв өсөн офицерҙарҙы әҙерләү буй­ынса хәрби кафедра тамамлай. Кон­тракт буйынса ҡалырға уйы булһа ла, тыуған яғын, атай-әсәһен һағыныу тойғоһо көслөрәк була.

Диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Нефтекама ҡалаһы прокурату­раһында башлай. Унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң Өфө ҡалаһында күп функциялы үҙәктә мөлкәтте страхов­калау, төҙөлөш кампанияларын рекла­малау эштәрен башҡара.

2022 йылдың 7 октябренә тиклем өлөшләтә мобилизацияға эләккәнсе баш ҡалала “Мега-Сервис” йәмғиә­тендә махсус кейемдәр етештереү ком­панияһында юрист була. Иң мөһиме, ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен белемле, яуаплы һәм талапсан хеҙмәткәр итеп күрһәтә.

2023 йылдың ноябрендә “Хәрби батырлығы өсөн” һәм 2024 йылдың июнендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.

Яратҡан ҡыҙына өйләнеп, матур, татыу ғаилә ҡоралар. Һәүәләй ауылын­да ҙур йорт һалып, ике сабыйға ғүмер бирәләр.

“Гранит” менән беҙ ялға ҡайтҡан сағында өйҙәренә барып әң­гәмәләштек. Яугир беҙҙе ҡапҡа төбөн­дә ҡатыны һәм улы менән ҡаршы алды. Ул урындағы мәктәптә уҡыусы­лар менән осрашыуҙан ҡайтып тора ине.

Ял һәм ғаиләһе

- Ике көндән юлға сығаһығыҙ. Нин­дәй тойғолар кисерәһегеҙ?

Гранит: Ике төрлө тойғо кисерәм. Тәүгеһе – ғаиләне ҡалдырып киткем килмәй, икенсеһе – барырға кәрәк. Унда мин кәрәгерәк, мине көтәләр.

- Ялда нимәләр менән шөғөлләндегеҙ?

Гранит: Дөрөҫөн әйткәндә, ике аҙна эсендә бер нимәгә лә өлгөрөп булмай. Йорт эштәренә лә өлгөрөргә кәрәк, балалар менән дә ваҡыт уҙғарғым килә.

Был ҡайтҡанымда күтәрмә эшлә­нем, бәрәңге сығарыштым, йорт-ҡура эштәрен ҡараштырҙым, ғаиләм менән Өфөгә барып ҡайттыҡ.

- Был һеҙҙең нисәнсе ялығыҙ? Ғаилә­геҙ нисек ҡаршы алды?

Гранит: Дүртенсе тапҡыр ҡайттым. Тәүге тапҡыр киткәндән һуң ғаиләм менән туғыҙ айҙан һуң ғына күрешер­гә тура килгәйне. Оҙаҡ ваҡыт күреш­мәй тороу балаларға бик насар йоғонто яһаны. Бигерәк тә 2-се класта уҡыусы ҡыҙым минең менән айырылышыуҙы ауыр кисерә. Улым әлегә бик аңлап ет­мәй, үҙен тыныс тота.

Ә инде ҡатыным, әсәйем һәм туғандарым ялға ҡайтҡанда мине тәм­ле аштар менән һыйлап, ҡәҙер күрһә­теп ҡалырға тырыша.

- Мәктәпкә барҙым тиһегеҙ...

Гранит: Эйе, ялға ҡайтҡан һайын мине уҡыусылар менән осрашыуға саҡыралар. Был юлы 7-се класс уҡы­усылары менән осраштым. Уҡыусы­ларҙың ҡайһы бер өлкәндәр ҙә бир­мәгән, һеҙ унда нисек йәшәйһегеҙ, вооружениела нимәләр бар, ниндәй бурыстар башҡараһығыҙ, тигән етди һорауҙар биреүе оҡшаны.

Минең ҡайтҡанымды белеп, ошон­дай осрашыуҙарға саҡырғандары, уҡыусыларға хәрби патриотик тәрбиә биргәндәре өсөн мәктәп етәкселегенә рәхмәт.

- Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, өйрә­неп китеүе ауыр булманымы?

Гранит: Юҡ. Ҡайтып килгәндә үк мин үҙебеҙҙәге тәбиғәткә һоҡланып, тынысланып ҡайтам. Тегендә тәбиғәт беҙҙәге кеүек түгел, ҡола ялан. Үҙе­беҙҙең урмандарыбыҙ, тауҙарыбыҙ, йылға-күлдәребеҙ һағындыра. Бында һауа ла икенсе, һулап туйып булмай.

Йоҡо ғына тыныс түгел. Бик аҙ йоҡларға өйрәндем.

- Урындағы власть органдары ғаилә­геҙгә ниндәй ярҙам күрһәтә?

Ҡатыны: Ике йыл эсендә район һәм ауыл хакимиәттәренән улай һиҙелер­лек ярҙам алғаныбыҙ булманы. Мәк­тәп уҡыусылары ауылда йәшәгән ҡәй­нәмә килеп ҡар көрәгәндәре, башҡа йорт эштәрен башҡарғандары булды.

Район үҙәгенә балаларҙы яңы йыл иртәлегенә саҡырғандар ине, бара алманыҡ. Яңы йыл бүләктәрен һәм күстәнәстәрен алдыҡ.

Гранит: Мобилизацияға эләгер ал­дынан атайым вафат булды. Шуға күрә мин ике ғаиләнең таянысы булып ҡал­дым. Ауыл ерендә үҙегеҙ беләһегеҙ, бер эште лә ирҙәрһеҙ эшләп булмай. Бер лампочка ғына бороп ҡуйырға ла ирҙәр ҡулы кәрәк, бесән, утын әҙерләү тураһында әйтеп тә тормайым.

Ҡатыныма рәхмәт, мин юҡта бар йорт эштәрен ул алып бара. Әсәйем менән улар бер-береһенә терәк булып донъя көтә.

- Ҡатынығыҙ менән нисек та­ныштығыҙ. Ул ҡайһы яҡтан?

Гранит: Ҡатыным әсәйемдең ты­уған ауылы - Үрге Төкөндән. Йөҙгә лә, уңғанлығы буйынса ла әсәйемә оҡшап тора.

Мин һуң өйләндем. Бер-бере­беҙҙе бер күреүҙән оҡшаттыҡ һәм танышҡандан һуң бер нисә ай үт­кәс тә өйләнештек. Самира исемле ҡыҙ һәм Искәндәр исемле ул үҫтерә­беҙ. (Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә күҙҙәрендә шатлыҡ, бәхет осҡондары сәселеп китә).

- Китергә лә ваҡыт етеп бөткән. Аңлауымса, ғаиләгеҙ ҙә һеҙҙе ебәргеһе килмәй.

Ҡатыны: Юҡ, әлбиттә. Ләкин, кем­дер илде һаҡларға тейеш бит. Беҙ һәр ваҡыт яҡын кешебеҙҙең тиҙерәк имен- һау әйләнеп ҡайтыуын теләп оҙатып ҡалабыҙ.

Мобилизация һәм хәрби эшмәкәрлек тураһында

- Мобилизация тураһында хәбәрҙе нисек ҡабул иттегеҙ?

Гранит: Мобилизация башланғанға тиклем ике аҙна элек хәрби комиссар менән һөйләшкән инек. Ул контракт буйынса китергә тәҡдим итте. Шуға күрә, мораль яҡтан әҙер инем.

Ҡатыны: Был хаҡта белеү ҡыйын булды, әлбиттә. Иң элек балалар өсөн борсолдом. Үҙебеҙҙе ҡулға алып, ты­нысланырға тырыштыҡ.

- Ҡайҙа һәм ниндәй вазифала хеҙмәт итәһегеҙ?

Гранит: Капитан вазифаһында танкыға ҡаршы артиллерия батареяһы взводы командиры булып хеҙмәт итәм. Беҙ Запорожье йүнәлешендә оборо­на ғәскәрҙәрендә хәрби бурыстарҙы үтәйбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – дивизион­дың уты менән идара итеү, дошмандың ҡаршылығын емереү өсөн көрәшеү.

- Хәрби ҡорамалдар менән хәлдәр нисек? Барыһы ла етәме?

Гранит: Беҙ бит актив хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмайбыҙ. Бул­мағанын заказ буйынса алдырабыҙ, гу­манитар ярҙам менән дә килә. Үҙебеҙ ҙә һатып алабыҙ.

- Гуманитар ярҙам менән иң беренсе сиратта, нимәләр ебәрергә кәрәк?

Гранит: Дрондарҙан һаҡланыу өсөн ауҙар бик ярҙам итә. Шулай уҡ маски­ровка селтәрҙәре һәр ваҡыт кәрәк. Улар ярҙамында бик күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалып була.

Был йәһәттән, Һәүәләй ауылында урынлашҡан “Ватан” патриотик шта­бында эшләүселәргә ҙур рәхмәт әйт­кем килә.

Блиндаждар төҙөү өсөн бензо­бысҡы, болгарка, көрәк һәм башҡа ҡо­ралдар ҙа кәрәк.

- Иптәштәрегеҙҙе юғалтырға тура килмәнеме?

Гранит: Аллаға шөкөр, барыһы ла иҫән-һауҙар. Госпиталдә ятып сығыу­сылар бар. Оҙаҡлап китһәләр, егеттәр уларҙы юҡһына башлайҙар.

- Позывной ни өсөн кәрәк?

Гранит: Дошман беҙҙең турала дөрөҫ мәғлүмәтте белмәһен өсөн по­зывнойҙар менән йәшеренәбеҙ. Үҙ-ара аралашҡанда ла исемдәр менән өн­дәшмәйбеҙ. Дошман йоҡламай, шуға күрә алғы һыҙыҡта телефондар ҡулла­ныу ҙа тыйыла.

- Көн һайын һуғышырға, хәрби рух һаҡларға һеҙгә нимә ярҙам итә?

Гранит; Иң мөһиме – холоҡ. Ә хо­лоҡ ғаиләнән, тәрбиәнән килә. Ҡай­һы берәүҙәр тыштан көслө булып күренһәләр ҙә, холоҡтары хәрби рух­тарын һындыра. Минең һалдаттарым күҙемә генә ҡарап торалар. Шуға ла мин командир көслө булырға, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлын таба белергә тейеш тигән фекерҙәмен.

Төрлө холоҡло кешеләр булыуға ҡа­рамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт бергә йәшәгәнгә күрә бер ғаилә булып бөттөк. Ә бында бер төптән булыу һәм берҙәмлек бик мөһим.

- Иң ҙур теләгегеҙ ниндәй?

Гранит: Мин иң тәү сиратта тыныс күк йөҙө теләйем. Еңеү яулап ҡайтҡан көнөм, иң бәхетле көнөм булыр ине. Ғөмүмән, барыһы ла һау-сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтһындар тигән теләк­тәмен.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең иҫән-имен барып етеүегеҙҙе һәм ил ал­дындағы бурысығыҙҙы үтәүҙә уңыштар теләйем.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: