Тарих биттәренә үҙ өлөшөн индерә
Ибраһим ауылы мәҙәниәт йортонда ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашыу ойошторолдо. Яҡташыбыҙ өсөнсө йыл рәттән махсус хәрби операция биләмәһендә иптәштәре менән тарих биттәренә үҙ өлөшөн индерә.
Был тынғыһыҙ ваҡытта беҙ махсус хәрби операция барышы тураһында күп мәғлүмәт алабыҙ, әммә барлыҡ яңылыҡтарҙы унда ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренән ишетеп, хәрби биләмәлә нимә булғанын анығыраҡ беләбеҙ.
Яугир барлыҡ яуҙа ҡатнашыусыларҙың көнкүреше нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ватандаштарыбыҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре, ғәйепһеҙ халыҡты һәм Тыуған илебеҙҙең именлеген ҡурҡыуһыҙ яҡлауҙары хаҡында бәйән итте.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған: “Гуманитар ярҙам барып етәме?” - тигән һорауҙы ла бирмәйенсә ҡала алманы, әлбиттә. Һорауҙарына ыңғай яуап алды улар. Яҡташыбыҙ оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре яуҙырҙы.
Ибраһим ауылы активистары һәм уңған хужабикәләре мул табын әҙерләп, яугир менән бергәләп өҫтәл артында әңгәмәне дауам итеп, тыуған яҡ күстәнәстәре менән тәмләп сәй эсеү ҙә ойошторҙо.
Йылы һәм уңайлы мөхиттә үткән осрашыу һуңында хәрбигә ауыл халҡынан матди ярҙам тапшырылды һәм ваҡыт табып килгәне өсөн уға сикһеҙ рәхмәт белдерелде.
Яугиргә һәм уның иптәштәренә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм, иң мөһиме, иҫән-һау, сәләмәт һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалды ибраһимдар.
Рәмилә КАМАЛОВА, Һәүәләй филиалының “Бәләкәс” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.