1982 йылдың 22 сентябрендә Миңлеәсмә һәм Вячеслав Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә өс ҡыҙҙан һуң көтөп алған малай булып тыуа Маратыбыҙ. Шәрипҡол мәктәбен тамамлағандан һуң Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты. Марат үҙенең тәртипле, ярҙамсыл булыуы менән барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт эшен еренә еткереп башҡарҙы, һәр нәмәгә яуаплы ҡараны. Туғандары, дуҫтары һәм башҡа кешеләр менән һәр саҡ матур итеп аралаша белә ине. Уның кемгәлер асыуланып йөрөгәнен бер ҡасан да күрмәнек.
Ошо йылдың март айында, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, туғаныбыҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Әйткәндәй, Мараттың ҡартатаһы Хәйрулла Нурғәли улы Әхмәтов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһының 294-се полкында комиссар була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә.
Бына инде, бер быуатҡа яҡын ваҡыт үткәс, Марат туғаныбыҙ ҙа ҡартатаһы юлын дауам итеп, үҙ ирке менән Тыуған илебеҙҙе һаҡларға ҡарар итте һәм ҡасандыр ҡартатаһы йөрөгән ерҙәрҙә уның эҙҙәрен үтте. Бына ошо булалыр инде быуындар бәйләнеше.
Уйлап ҡараһаң, махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр яугир ата-бабаларының юлын ҡабатлай һәм илебеҙгә яу килгәндә ситтә ҡалмай.
Маратыбыҙ ҙа Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде, тик үкенескә ҡаршы, һәләк булғандан һуң. 12 октябрҙә Ҡустығол ауылында беҙ яратҡан туғаныбыҙ Марат Әхмәтовты һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Әлеге көндә бихисап яҡташтарыбыҙ һуғыш яланында һәм әле лә ул саҡтағы һымаҡ башҡорт подразделениелары үҙҙәрен иң яуаплы, иң батырҙарының береһе итеп күрһәтеүгә өлгәшә. Яугирҙәребеҙҙең барыһы ла тиҙ арала еңеү менән тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын ысын күңелдән теләп ҡалабыҙ!
Флүрә САМИҠОВА.
Олокүл ауылы.