Мәктәптә уҡытыусы, хаҡлы ялға китер алдынан бер нисә йыл мәктәп етәксеһе булып эшләгән Атйетәр ауылынан Сәйҙә Уразбахтина ғүмер буйы ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Кистәрен буш ваҡыттар табып, бәйләү, сигеү менән булырға ярата ул. Уның ниндәй генә ижади ҡул эштәре юҡ! Матур, нескә күңелле, сабыр, тырыш кеше генә ошоларҙы булдыра алалыр, моғайын. Бына бер йыл инде ошо шөғөлө арҡаһында хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ихлас ярҙам итә ул - хәрбиҙәрҙең ихтыяждары нигеҙендә йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәрә.
- Элек шәлдәр, кофталар, диван-карауаттарға, ултырғыстарға япмалар, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй торғайным. Былтыр көҙ улыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә киткәс, һарыҡ йөнөн иләп, йылы ойоҡбаштарҙы күпләп бәйләп оҙата башланым. Улыбыҙ менән бергә хеҙмәт иткән Башҡортостан егеттәренең ата-әсәләре, ҡатындары ултырған чат бар. Унда яугирҙәргә нимә кәрәк булыуы, кем ҡасан ҡайтыуы тураһында яҙышып торабыҙ. Ялға ҡайтып китеүселәр аша посылкаларыбыҙҙы оҙатабыҙ. Мин тәбиғи йөндән бәйләнгән ойоҡбаштарымды ебәреп торам. Ауылдаштарыбыҙ ҙа изге эшкә ҡушылып, аҙыҡ-түлек - бал, ҡаҙылыҡ, ыҫланған ит, тушенкалар оҙаталар. Күңел йылыһы һалынған ойоҡбаштар хәрбиҙәрҙең аяҡтарын йылытһын һәм әҙерләгән ризыҡтар тыуған йорт йылыһын алып барһын. Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән башҡарылған изге эштәр уң булһын һәм тиҙерәк тыныслыҡ килеп, яҡындарыбыҙ тиҙерәк иҫән-имен еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине.
Кәйефкә ҡарап, тәүлегенә бер йәки ике пар бәйләйем. Төшөнкөлөккә лә бирелеп киткән саҡтар бар. Бәйләп бөткәс, күңелемә рәхәт булып китә. Ебәргән посылкаларыбыҙға яугирҙәр һөйөнөп, рәхмәт әйтеп, сәләмдәрен ебәрәләр, - ти яугир әсәһе Сәйҙә Әхмәтшәриф ҡыҙы.
Фәниә Сәлимгәрәева.