Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе Ҡырмыҫҡалы яугире ошо көндәрҙә дүртенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.
“Младший” позывнойлы яҡташыбыҙ 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Уның ғаиләһендә шулай уҡ үҙ теләге менән яу яланына юлланыусы – бер туған ағаһы бар. Ул 2022 йылда уҡ, махсус хәрби операция башланыу менән күп тә уйлап тормай Тыуған илебеҙ һағына баҫа.
Үҙенең ҡыҫҡа ваҡытлы ялын яугир ғаиләһенә бағышлаясаҡ. Күп ваҡытын һөйөклө ҡатыны, балалары һәм әсәһе менән үткәрергә йыйына. Шулай уҡ атаһының ҡәберенә зыярат ҡылырға ла онотмаясаҡ.
Һәр яугир кеүек “Младший” ҙа күп һөйләргә яратмай. Шулай ҙа ул еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта буласағына ныҡлы инана.
-Еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырыбыҙға ышанам. Яҡты киләсәккә өмөт һәм ғаиләләребеҙгә булған һөйөү беҙгә яуҙа көс бирә. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти ул ышаныслы итеп.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефон һандары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Альбина НАСИРОВА,
Ҡырмыҫҡалы ауылы.