Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та егет унда китеү тураһында яна башлай. Эштәренән бронь булһа ла, күп хеҙмәттәштәре үҙ теләктәре менән ил һағына баҫа. Ул да иптәштәре артынан китеүҙе бурысы тип һанай. Ата-әсәһе, ғаиләһе борсолоу белдерһә лә, егет Тыуған илде яҡларға тейешмен, тип үҙ һүҙендә ныҡлы тора.
Уйлашҡандан һуң уның ҡарарын ғаиләһе аңлап ҡабул итә. Ул былтыр 2023 йылдың 1 сентябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына йүнәлә.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған, спорт менән шөғөлләнгән егет армия сафына алынып, Тажиҡстандағы Рәсәйҙең хәрби базаһында хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң Өфө тимер юлы транспорты техникумына уҡырға инә. МХО-ға киткәнгә тиклем һөнәре буйынса юлсы булып хеҙмәт итә. Ул шулай уҡ техниканы бик ярата, ял ваҡыттарында уларға “йән” биреү оҡшай. Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн егет дәүләт наградаларына ла тәҡдим ителә.
- Беҙ улыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм донъялар тынысланып, уның һәм башҡа яугирҙәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, - ти яугирҙең әсәһе.
Батыр яугиргә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә Сәлимгәрәева.