Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
11 Июль , 12:04

Мемориаль комплекс асылды

Ефремкин ауылында үткән мемо­риаль комплекс асыу тантанаһына йәшенән алып олоһона тиклем бар ауыл халҡы йыйылғайны. Был көндө тантаналы рәүештә яугир-ин­тернационалистарға, сик буйы һаҡ­сыларына һәм хәрби-диңгеҙ флоты яугирҙәренә һәйкәлдәр асылды.

Мемориаль комплекс асылды
Мемориаль комплекс асылды

Мемориаль комплекс асылды

Ефремкин ауылында үткән мемо­риаль комплекс асыу тантанаһына йәшенән алып олоһона тиклем бар ауыл халҡы йыйылғайны. Был көндө тантаналы рәүештә яугир-ин­тернационалистарға, сик буйы һаҡ­сыларына һәм хәрби-диңгеҙ флоты яугирҙәренә һәйкәлдәр асылды.

Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫән­баева, иң изге теләктәрен еткерҙе, ошо эште ойоштороусыларҙы, башҡарып сығыусыларҙы - Анатолий Михайло­вты, Валерий Кузьминды, Станислав Ефимовты, Максим Семеновты һәм башҡаларҙы бүләкләне.

- Һеҙҙең һәр берегеҙ тыуған төйә­гебеҙҙең ысын патриоты. Һәр биләмә­нең уңыштары һәм үҫеше нәҡ ошон­дай илһөйәрҙәр иңендә. Хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн күмәк көс талап ителә. Ефремкин биләмәһе халҡы үҙҙәренең тырышлығы, инициатива­лы булыуҙары менән айырылып тора, - тине ул сығышында.

- Ошо ауылда тыуып үҫтем. Ме­мориаль комплекс асыу тураһында күптән хыяллана инем. Ауыл биләмәһе ветерандары, ауыл халҡы менән бер­ләшеп, ошо стеланы ҡуйҙыҡ. Ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ вете­рандарға арнала. Шулай уҡ бөгөн сик буйы ғәскәрҙәренә һәм хәрби-диңгеҙ флоты яугирҙәренә арналған һәйкәл­дәр асыласаҡ. Яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо. Ял көндәрендә бергәләшеп эшләнек. Был – бөйөк эш, тип әйтергә була. Бигерәк тә, бөгөн, махсус хәрби опе­рация барған ваҡытта ошондай ҙур эш башҡарыу киләсәк быуын өсөн өлгө булып тора, - тине мемориаль ком­плекс асыуҙы ойоштороусы Анатолий Михайлов.

- Ефремкин ауыл советы халҡы бик татыу һәм бында патриотик тәрбиә биреү маҡсатында күп эштәр башҡа­рыла. МХО-ға әйбер ебәргән саҡта ла йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем ҡатнаша, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам күрһәтер­гә ашығалар. Беҙҙең ир-егеттәр – сик һаҡсылары, моряктар, яугир-интерна­ционалистар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҡса табып, беҙҙе һәм ауыл халҡын таң ҡалдырып, бер ай эсендә генә бөгөн асыласаҡ өс һәйкәлде эшләп ҡуйҙы­лар. Дуҫ, татыу, һәр саҡ ярҙамға ки­лергә әҙер булғандары өсөн биләмә­беҙ халҡына оло рәхмәтлемен, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Ефрем­кин ауыл советы хакимиәте башлығы Наталья Иванова.

Һәләк булған яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған яңы һәй­кәлдәр ауылдың матур бер биҙәгенә әйләнде. Үҫеп килгән быуынға хәр­би-патриотик йүнәлештә тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған ошондай сараларҙың күп булыуы оло ҡыуаныс хистәре уята.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: