Мемориаль комплекс асылды
Ефремкин ауылында үткән мемориаль комплекс асыу тантанаһына йәшенән алып олоһона тиклем бар ауыл халҡы йыйылғайны. Был көндө тантаналы рәүештә яугир-интернационалистарға, сик буйы һаҡсыларына һәм хәрби-диңгеҙ флоты яугирҙәренә һәйкәлдәр асылды.
Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, иң изге теләктәрен еткерҙе, ошо эште ойоштороусыларҙы, башҡарып сығыусыларҙы - Анатолий Михайловты, Валерий Кузьминды, Станислав Ефимовты, Максим Семеновты һәм башҡаларҙы бүләкләне.
- Һеҙҙең һәр берегеҙ тыуған төйәгебеҙҙең ысын патриоты. Һәр биләмәнең уңыштары һәм үҫеше нәҡ ошондай илһөйәрҙәр иңендә. Хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн күмәк көс талап ителә. Ефремкин биләмәһе халҡы үҙҙәренең тырышлығы, инициативалы булыуҙары менән айырылып тора, - тине ул сығышында.
- Ошо ауылда тыуып үҫтем. Мемориал комплекс асыу тураһында күптән хыяллана инем. Ауыл биләмәһе ветерандары, ауыл халҡы менән берләшеп, ошо стеланы ҡуйҙыҡ. Ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ветерандарға арнала. Шулай уҡ бөгөн сик буйы ғәскәрҙәренә һәм хәрби-диңгеҙ флоты яугирҙәренә арналған һәйкәлдәр асыласаҡ. Яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо. Ял көндәрендә бергәләшеп эшләнек. Был – бөйөк эш, тип әйтергә була. Бигерәк тә, бөгөн, махсус хәрби операция барған ваҡытта ошондай ҙур эш башҡарыу киләсәк быуын өсөн өлгө булып тора, - тине мемориал комплекс асыуҙы ойоштороусы Анатолий Михайлов.
- Ефремкин ауыл советы халҡы бик татыу һәм бында патриотик тәрбиә биреү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. МХО-ға әйбер ебәргән саҡта ла йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем ҡатнаша, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам күрһәтергә ашығалар. Беҙҙең ир-егеттәр – сик һаҡсылары, моряктар, яугир-интернационалистар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҡса табып, беҙҙе һәм ауыл халҡын таң ҡалдырып, бер ай эсендә генә бөгөн асыласаҡ өс һәйкәлде эшләп ҡуйҙылар. Дуҫ, татыу, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булғандары өсөн биләмәбеҙ халҡына оло рәхмәтлемен, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Ефремкин ауыл советы хакимиәте башлығы Наталья Иванова.
Һәләк булған яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналаған яңы һәйкәлдәр ауылдың матур бер биҙәгенә әйләнде. Үҫеп килгән быуынға хәрби-патриотик йүнәлештә тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған ошондай сараларҙың күп булыуы оло ҡыуаныс хистәре уята.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.