- Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып, төҙөлөштә - Өфө ҡалаһын реставрациялау буйынса эшләнем. Махсус хәрби операция башланғас, байтаҡ таныштарым өлөшләтә мобилизация менән хәрби зонаға китте. Миндә лә Тыуған ил һағына баҫырға кәрәк тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Был ваҡытта әсәйемдең вафатына ла ярты йыл үткәйне. Китергә тип ҡарар иттем һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2022 йылдың февралендә Ватанды һаҡлау өсөн юлландым, - тине гвардия сержанты булған яугир.
Килгәс тә Херсон, хәҙер Донецк йүнәлешендә батырҙарса көрәшә. Тәүҙә танкист-наводчик, аҙаҡ БТР наводчигы булһа, әле штурмаусылар командиры булып хеҙмәт итә.
Ул махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә.
Яҡташыбыҙ уҙған йылда, ялға ҡайтҡанда, һөйгән ҡыҙына өйләнеп китә. Йәш ғаиләне һөйөндөрөп, уларҙың мөхәббәт емештәре булып, ҡыҙҙары донъяға килә.
Яҡташыбыҙға иҫән-имен йөрөп, еңеү яулап ҡайтыуын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә.
Фәниә Сәлимгәрәевашина.