Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Май , 13:58

Батыр яугир менән хушлашыу

Ҡабаҡ ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу сараһы үтте.

Батыр яугир менән хушлашыу
Батыр яугир менән хушлашыу

Батыр яугир менән хушлашыу
Ҡабаҡ ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған контрактник Сибәғәтуллин Азат Әсхәт улын һуңғы юлға оҙатыу сараһы үткәрелде.
Хушлашыу сараһында райондың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Фәнүз Бәширов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Юнир Ҡотлоғужин, муниципаль район хакимиәте башлығының урынбаҫары Илдар Латипов, яугирҙең улы Алик Сибәғәтуллин, яҡын туғаны Альберт Шайбәков, МХО яугире Ринат Абсалиҡов, Рәлиә Искәндәрова сығыш яһанылар. Уларҙың барыһы ла яугирҙең намыҫлы, илһөйәр, кешелекле булыуын билдәләп үттеләр.
Азат Сибәғәтуллин 1964 йылдың 27 ғинуарында Йәрмәкәй районында тыуған. Урта белемде Йәрмәкәйҙә алғандан һуң Бәләбәй ҡалаһында электрик һөнәренә уҡый. 1982 йылдың май айында армия сафына алына. Байконурҙа стройбатта хеҙмәт итеп, газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала.
1984 йылда Азат Әсхәт улы алты айға Афғанстанға командировкаға ебәрелә.
Армия хеҙмәтенән һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. “Норильский горно-металлургический комбинат”, “УфаГаз”, “Лимак Маращ Автодороги” ойошмаларында иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
2023 йылдың декабрь башында Тыуған ил һағына баҫырға ҡарар итә һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
Рядовой Сибәғәтуллин Азат Әсхәт улы намыҫ менән бурысын үтәй. Ул Тыуған ил һағына баҫа, әммә 2024 йылдың 24 мартында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Азат илдең ысын патриоты, намыҫлы, ҡыйыу кеше була.Ул беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡыйыулыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ.
Хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн рядовой Сибәғәтуллин Азат Әсхәт улы үлгәндән һуң “Батырлыҡ” һәм “Шайморатов генерал” ордендары менән бүләкләнә.

Автор:
Читайте нас: