Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
3 Май , 09:10

Һалдаттар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?

Әрмегә биш мең кеше саҡырыласаҡ.

Һалдаттар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?
Һалдаттар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?

БР Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе саҡырыу комиссияһы ултырышында белдереүенсә, быйыл төбәктән биш меңдән ашыу һалдат хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта улар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияһында сроклы хеҙмәт үтмәйәсәк, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк.

Кәңәшмә барышында билдәләнеүенсә, Башҡортостан хәрби хеҙмәткә ебәрелгән граждандар һаны буйынса ғына түгел, ә уларҙы әҙерләү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу менән бәйле бөтә саралар комплексын ойоштороу буйынса ла үҙәк хәрби округта алдынғы урынды һаҡлап килә. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең физик һәм психологик әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн күп көс һалыу талап ителә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Сәғитов.

Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ ВКС режимында кәңәшмәгә ҡушылған муниципалитет башлыҡтары яҙғы саҡырыу кампанияһы барышы менән таныштырҙы: саҡырыуға әҙерлек, хәрби командаларҙы һәм йыйылыу пунктынан эшелондарҙы туплауға һәм ебәреүгә әҙерлек, медицина комиссияларының эше.

– Республиканың хәрби комиссариатына һәм муниципаль берәмектәргә граждандарҙы иҫкәртеү һәм уларҙың саҡырыу комиссияларына килеү мәсьәләләрен айырым контролгә алырға кәрәк. Муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтарынан саҡырыу комиссияларының графиктарын эште мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткәреү маҡсатында анализлауҙы һорайым. Граждандарҙың саҡырыу комиссияларына килеүен тәьмин итеү өсөн уларҙың ҡайҙалығын асыҡлау буйынса эште ойошторорға кәрәк. Хәрби комиссариатҡа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә саҡырыу комиссиялары йүнәлеше буйынса граждандарҙы медицина тикшереүе үткәреү буйынса эште ойошторорға кәрәк, — тине Ирек Сәғитов.

2023 йылда хәрби хеҙмәткә алынған егеттәр тыуған йорттарына ҡайтты, тип билдәләне Ирек Сәғитов. Ул шулай уҡ граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу мөһим дәүләт бурысы булыуын, шуға күрә юғары ойоштороу кимәлендә үтәлергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 апрелдә Өфөлә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы хеҙмәт итеү урындарына оҙатыу оҙаттылар ҙа инде. Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү яны хәрби частарына 140 һалдат юлланды.

Фото: Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:
Читайте нас: