Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Апрель , 13:09

Яугир менән осраштыҡ

Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға махсус хәрби операцияла үҙенең патриотик һәм гражданлыҡ бурыстарын үтәгән саҡта яраланып, ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡан элекке уҡыусыбыҙ Руслан Абдрафиҡов килде.

Яугир менән осраштыҡ
Яугир менән осраштыҡ

Яугир менән осраштыҡ

Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға махсус хәрби операцияла үҙенең патриотик һәм гражданлыҡ бурыстарын үтәгән саҡта яраланып, ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡан элекке уҡыусыбыҙ Руслан Абдрафиҡов килде.

 Ул уҡыусыларға яу ялан­дарындағы хәлдәр хаҡында һөйләне. Тыуған илебеҙҙе яҡлауҙың һәр заман өсөн изге бурыс булып ҡалыуы хаҡында иҫкә төшөрөп, ана шул ата-бабаларыбыҙҙың аманатына тап төшөрмәҫкә, ҡыйыу, намыҫлы, аҡыллы һәм белемле кешеләр булып үҫергә саҡырҙы.

Осрашыу барышында яу­гир уҡыусыларҙың үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һора­уҙарға яуап бирҙе.

Тоғро ир, уңған ғаилә башлығы, ике бала атаһы булған 43 йәшлек Руслан Абдрафиҡов ғинуар айында контракт хеҙмәтенә алына һәм Ватаныбыҙ һағына баҫа.

- Барлыҡ әүҙем яҡташта­рыма - ирекмәндәргә, уҡыусыларға сикһеҙ рәх­мәтемде белдерәм. Тыуған яҡ йылыһын һаҡлаған һеҙ ебәргән гуманитар ярҙам, изге теләктәр яҙылған хат­тар беҙҙең күңелдәребеҙгә дауа булып тора һәм бөт­мәҫ-төкәнмәҫ көс бирә, - тигән йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе Руслан Ғәзим улы.

Тиҙҙән яугиребеҙ Тыуған илебеҙ тыныслығын һаҡлау өсөн тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Шундай файҙа­лы һәм фәһемле осрашыу ойошторғаны өсөн беҙ уға рәхмәт белдерәбеҙ һәм имен-һау, еңеү менән тыуған төйәгенә әйләнеп ҡай­тыуын көтәбеҙ.

Ғәлиә ВӘЛИЕВА,

Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы.

Контракт хеҙмәтенә бәй­ле һорауҙар менән телефон аша 117 һандарына шылты­ратырға була. Шулай уҡ Си­туацион үҙәккә - 122 йәки (347) 218-19-19 һандары буйынса мөрәжәғәт итергә ярай. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарға яуапты башбат.рф. сайтында табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: