Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Февраль , 14:34

Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

 Ватан тигәндә беҙ Тыуған илебеҙҙе генә түгел, ә шу­лай уҡ ата-әсәләребеҙҙе, ғаиләбеҙҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар байрамы көслө рухлылыҡ, батырлыҡ, илһөйәрлек, намыҫ кеүек сифаттарҙы үҙ эсенә туплаған. Илебеҙҙә барған һуңғы ваҡиғалар солға­нышында был байрамдың мәғәнәһе тағы ла киңерәк даирәгә эйә булды һәм беҙҙе тағы ла тәрәнерәк тойғолар кисеререргә мәжбүр итте.

Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй
Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Ватан тигәндә беҙ Тыуған илебеҙҙе генә түгел, ә шу­лай уҡ ата-әсәләребеҙҙе, ғаиләбеҙҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар байрамы көслө рухлылыҡ, батырлыҡ, илһөйәрлек, намыҫ кеүек сифаттарҙы үҙ эсенә туплаған. Илебеҙҙә барған һуңғы ваҡиғалар солға­нышында был байрамдың мәғәнәһе тағы ла киңерәк даирәгә эйә булды һәм беҙҙе тағы ла тәрәнерәк тойғолар кисеререргә мәжбүр итте.

Эйе, йәштәргә рух, илһөйәрлек өлгөһө үтә лә кәрәк заманда йәшәйбеҙ. Күп кенә яҡташтарыбыҙ Ва­таныбыҙ тыныслығы хаҡы­на ил һағына баҫты, йәш егеттәребеҙ әрме хеҙмәтен­дә хәрби бурыстарын үтәй. Байрам алдынан әлеге көндә Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙҙың береһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Ҡырмыҫҡалы егете Рад­мир Рәхимов Октябрьский ҡалаһындағы нефть тех­никумын тамамлай. Район үҙәгендә бер аҙ ғына эшләп алырға өлгөргән йәш егет­кә хәрби комиссариаттан повестка ла килеп төшә. Бала саҡтан спорт менән дуҫ булған, бер нисә йыл буйына хоккей командаһын­да шөғөлләнгән Радмир күптән инде хәрби хеҙмәткә әҙер була.

-Сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа һөйөү, физик яҡтан әҙерлекле булыу хәрби хеҙмәттә ҙур ярҙам итә, -ти ул был турала.

Радмир Айрат улы Әстрәхән өлкәһе Зна­менск ҡалаһында Страте­гик тәғәйенләнештәге ра­кета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бары тик дүрт ай ғына хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, ул хеҙмәттәштәре алдында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә өлгөргән.

-Дуҫтарым – Ҡыр­мыҫҡалы егеттәре Вадим һәм Илназ Халиҡовтар менән бер ваҡытта хеҙмәт­кә алындыҡ һәм улар менән бер ергә эләктек. Быға бары­быҙ ҙа ҡыуанып бөтә алмай­быҙ. Вадим менән гел бергә­беҙ, хатта, бер частә хеҙмәт итәбеҙ. Илназ икенсе часкә эләкһә лә, уның менән дә йыш ҡына күрешеп тора­быҙ. Сит ерҙә яҡташтарың­ды осратыу – үҙе ҙур бәхет. Ә инде дуҫтарың менән бер­гә хеҙмәт итеү икеләтә ҡыуаныслы, -тигән сәләмдәрен ебәрҙе беҙгә Радмир.

Радмир һәм уның дуҫта­ры ил алдындағы изге бу­рыстарын лайыҡлы һәм намыҫлы үтәп, тыуған яғында түҙемһеҙлек менән көтөүселәрҙең өмөттәрен аҡларҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: