Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Февраль , 14:28

«Хәрби булыу миңә оҡшай»

Махсус хәрби операция башланыу менән контракт хеҙмәтендә булған яҡташтарыбыҙҙың күбеһенә хеҙмәттәрен яу ҡырында дауам итергә тура килде. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы ауылынан “Башкир” ҡушаматлы яугир ҙә бар.

«Хәрби булыу миңә оҡшай»
«Хәрби булыу миңә оҡшай»

«Хәрби булыу миңә оҡшай»

Махсус хәрби операция башланыу менән контракт хеҙмәтендә булған яҡташтарыбыҙҙың күбеһенә хеҙмәттәрен яу ҡырында дауам итергә тура килде. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы ауылынан “Башкир” ҡушаматлы яугир ҙә бар.

Ҡырмыҫҡалының 1-семәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамам­лаған егет, Өфө дәүләт авиация техник универ­ситетына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булғас, шунда уҡ хәрби бурысын үтәр өсөн әрме сафына юллана. Хеҙмә­тен тамамлап ҡайтҡан­дан һуң, бер йыл үткәс, Рәсәй армияһы менән хәрби контракт төҙөп, йәнә һалдат итеген кей­ергә ҡарар итә. Хеҙмәт иткән осорҙа яҡташы­быҙ Абхазияла барған ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә. Махсус хәрби операци­яның тәүге көндәренән алып ул яу яланында.

“Ни өсөн хәрби бу­лырға ҡарар иттең?” – тигән һорау бирҙем ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиргә.

- Бала саҡтан хәр­биҙәргә ҡыҙыҡһы­нып ҡарай торғайным. Үҙем әрме сафында булып ҡайтҡас, хәрби хеҙмәт тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башла­ны һәм мин күп тә уйлап тормай, теләгемде тор­мошҡа ашырҙым. Хәрби булыу миңә ныҡ оҡшай һәм ошо юлдан киткә­немә бер ҙә генә үкен­мәйем, - тип яуап бирҙе ул.

Махсус хәрби опе­рацияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ҡыйыу йөрәкле “Башкир”ға артабан да шулай уңышлы хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: