Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Февраль , 14:15

Батырҙарыбыҙҙың даны үлемһеҙ

23 февралдә Рәсәй Геройы, дивизия командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың фажиғәле һәләк булыуына 81 йыл тула. Легендар яҡташыбыҙ иҫтәлегенә уның тыуған ауылы Шайморатовта тантаналы митинг уҙҙы.

Батырҙарыбыҙҙың даны үлемһеҙ
Батырҙарыбыҙҙың даны үлемһеҙ

Батырҙарыбыҙҙың даны үлемһеҙ

23 февралдә Рәсәй Геройы, дивизия командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың фажиғәле һәләк булыуына 81 йыл тула. Легендар яҡташыбыҙ иҫтәлегенә уның тыуған ауылы Шайморатовта тантаналы митинг уҙҙы.

 

 Митингты асыу өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа бирелде. Ул Миңлеғәле Минһажетдин улы­ның батырлығы барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тороуы хаҡында һөй­ләне һәм уның хәтерен мәңге­леккә һаҡларға өндәне. Сараның ҡунағы – БР тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министры Нияз Фазылов менән Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары Ринат Ғималов үҙҙәренең сығыштарында илебеҙ­гә тыныс күк йөҙө теләне.

Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә Яугир-интернациона­листарҙы иҫкә алыу көнө бил­дәләнә. Был көндө районда Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың туғандары ҡатнашлығында танта­налы митинг һәм йыйылыш үтте, Ҡырмыҫҡалының С.М. Чугункин исемендәге мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Мөхәмәтйәновҡа мемо­риаль таҡта асыу тантанаһы уҙҙы.

Хәтер тантаналарында ҡатна­шыусылар Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәп, яуҙа мәрхүм булған яҡташтарыбыҙҙы бер ми­нутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды­лар, һәйкәлдәргә сәскә һалдылар.

Батырҙарыбыҙҙың даны үлемһеҙ. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.

Автор:
Читайте нас: