Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Ғинуар , 15:11

Тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын!

Махсус хәрби операция башланыу менән районыбыҙҙа Тыуған иле­беҙҙе һаҡлар өсөн контракт хеҙмәтенә юлланыусы ысын ир-егеттәр һаны артты.

Тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын!
Тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын!

Тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын!

Махсус хәрби операция башланыу менән районыбыҙҙа Тыуған иле­беҙҙе һаҡлар өсөн контракт хеҙмәтенә юлланыусы ысын ир-егеттәр һаны артты.

Шундай яҡташтарыбыҙҙың бе­реһе – Кәсеүән ауылында йәшәүсе “Али” позывнойлы яугир бөгөнгө көндә Ватаныбыҙ һағында хеҙмәт итә. Ул 2023 йылдың апрель ай­ында үҙ теләге менән хәрби кон­тракт төҙөй. Бер нисә ай әҙерлек курстары үткәс, сентябрҙә Даян Мурзин исемендәге батальон менән бергә махсус хәрби опера­ция биләмәһенә юллана.

-Беҙ Саҡмағош районынан 2002 йылда Кәсеүән ауылына күсеп килдек. Әсәйебеҙ мәрхүм булғас, ағайыбыҙ беҙҙең өсөн бар яҡлап терәк булып тора. Беҙ – уның өс һеңлеһе ҡәҙерле кешебеҙҙең яуҙан имен-һау һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Уңайлы ваҡыт сыҡҡан һайын үҙенең хәлдәрен белдереп, “Минең барыһы ла яҡшы” тигән хәбәрен ебәреп тора. Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләмде көн дә түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, -ти яугирҙең һеңлеһе Диана.

Мәктәпте тамамлағандан һуң иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән егет Рәсәй арми­яһында хәрби бурысын үтәп ҡай­та. Контракт хеҙмәтенә киткән­се ул Ҡырмыҫҡалының “Аҡташ” төҙөлөш магазинында һатыусы булып эшләй. Махсус хәрби опе­рация башланғас та, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен бирергә әҙер егет яуға барырға ҡарар итә. Был изге эшендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын һәм уның менән иҫәнлектә-һаулыҡта тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын!

Контракт хеҙмәте менән бәйле һорауҙар менән 8(34765) 2-14-78, 2-11-58 һандарына шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комисса­риатҡа килергә була.

Автор:
Читайте нас: