Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Ғинуар , 16:39

Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булды

Һыуыҡ Шишмә ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алексей Рафиҡовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булды
Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булды

Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булды

Һыуыҡ Шишмә ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алексей Рафиҡовты һуңғы юлға оҙаттылар.

1992 йылдың май айында донъяға килгән Алексей Рафиҡов төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфө һәм Дүртөйлө ҡалаларындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 2008 йылдан ул Һыуыҡ Шишмә ауылында йәшәгән апаһының ғаиләһендә йәшәй башлай. Мәктәпте тамамлағас, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә.

2023 йылдың сентябрендә ул хәрби контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғансы Алексей Рафиҡов Себерҙә вахта ысулы һәм башҡа төрлө эштәрҙә эшләй. Разведка хеҙмәтенең рядовойы хәрби заданиены үтәгән саҡта алған ауыр яранан вафат була.

Яугирҙе мәңгелек төйәгенә оҙатырға бик күп яҡташтары, туғандары һәм рәсми вәкилдәр йыйылды.

Тәүге һүҙҙе Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов алды һәм Алексей Рафиҡовтың ҡыҫҡа ғына ғүмер юлы менән таныштырып үтте.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән мәрхүмдең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм:

  • Алексей Рафиҡов яуыз дошмандарға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булды. Ауылдаштары уның яҡшы һәм алсаҡ кеше икәне тураһында һөйләй. Хеҙмәттәштәре лә ҡаһарман яугир булыуы хаҡында белдерә. Алексей Вячеславович батыр яугир булараҡ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә һаҡланыр, киләсәк быуынды уның миҫалында тәрбиәләрбеҙ. Яугирҙең яҡындарын да беҙ онотмаясаҡбыҙ, - тине.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Латипов та район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм үҙенең исеменән яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Алексей Рафиҡов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.   
Яугирҙең апаһы Мария Меркулова күҙ йәштәре аша ҡустыһы тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.

  • Алексей үҫмер сағынан беҙҙең ғаиләлә йәшәй башланы. Ул минең улым, балаларымдың бер туған ағаһы кеүек булды. Был һүҙҙәрҙе уның туйында әйтергә тейеш инем, әммә, ҡыҙғанысҡа, һуңғы юлға оҙатҡанда әйтергә тура килде, - тине ул.

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: