Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
21 Декабрь 2023, 12:05

Яңы йылға - витаминлы күстәнәс

Ҡабаҡ ауылы лицейында был көндәрҙә эш ҡайнай. Бында уҡы­тыусылар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Яңы йылға витаминлы күстәнәс әҙерләй.

Яңы йылға - витаминлы күстәнәс
Яңы йылға - витаминлы күстәнәс

 Ҡабаҡ ауылы лицейында был көндәрҙә эш ҡайнай. Бында уҡы­тыусылар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Яңы йылға витаминлы күстәнәс әҙерләй. Улар башҡорт халҡының борон-борондан киң таралған һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡла­нып килгән - ҡаҡ ҡойоу эшен йәйеп ебәргәндәр.

- Ҡаҡ ҡойоу – бер генә көндә эшләнә торған эш түгел. Шуға күрә эшебеҙ аҙнаға һуҙылды. Шулай уҡ был ризыҡ тиҙ боҙолоп бармай. Алма ҡағында яугирҙәребеҙгә кәрәкле барлыҡ витамин­дар тупланған. Улар ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәҫ. Тыуған иле­беҙ өсөн яуҙа ҡатнашҡан яугирҙәргә витаминлы күстәнәсебеҙ тик файҙаға ғына булһын! Беҙҙе 100 кг алма менән тәьмин итеүсе эшҡыуарҙар – Олеся Әминеваға һәм Сарабек Абдуллоевҡа оло рәхмәтлебеҙ, - тиҙәр уҡытыусылар бер тауыштан.

Афарин, Ҡабаҡ лицейы коллективы!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: