Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
15 Декабрь 2023, 18:03

“Муравей” менән осраштыҡ

Махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләктәре менән юлланған яҡташтарыбыҙ бихисап. Уларҙың барыһы ла үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡаһармандарса көрәшә.

“Муравей” менән осраштыҡ
“Муравей” менән осраштыҡ

“Муравей” менән осраштыҡ

Махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләктәре менән юлланған яҡташтарыбыҙ бихисап. Уларҙың барыһы ла үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡаһармандарса көрәшә.

Ошо көндәрҙә беҙгә батыр яҡташтарыбыҙҙың береһе - Үтәгән ауылында тыуып үҫкән, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” һәм “Разведкалағы хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеүсе “Муравей” ҡушаматлы яугир менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшергә насип булды. Ул

Үтәгән ауылы мәктәбен тамамлағас, ул бала саҡтан хыялланған иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса белем ала. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, һөнәре буйынса Себер тарфтарында эш башлай. Дүрт ул тәрбиәләнгән ғаиләнең иң олоһо булған, бала саҡтан көрәш менән шөғөлләнгән егет 2022 йылдың ноябрендә контракт буйынса хеҙмәткә барырға ниәтләй.

  • Махсус операция башланғас та, тәүге батальон менән барырға йыйынғайным, әммә вахта эшенән тиҙ генә китеп булманы. Шуға күрә өсөнсө Салауат Юлаев батальоны менән ҡуҙғалдым. Яуға йыйыныуым тураһында туғандарыма ла, һөйгән ҡыҙыма ла алдан әйтмәнем. Белеп ҡалғас, әлбиттә, бармаҫҡа өгөтләп ҡаранылар, әммә мин үҙ ҡарарымда ныҡ торҙом. Тыуған илде һаҡлау – һәр бер ир-егеттең изге бурысы, тип иҫәпләйем. Беҙ һаҡламаһаҡ илебеҙҙе кем һаҡлар? Ҡырмыҫҡалы районынан булғанлыҡтан, күп уйлап торманым, үҙемә “Муравей” позывнойын алдым, - ти ул был турала.

Әле “Муравей” икенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Июнь айында, тәүге тапҡыр отпускыға ҡайтҡан сағында, һөйгән йәре менән мөнәсәбәттәрен законлаштыралар. Әлеге көндә кәләше Өфөлә эшләп йөрөй.

Махсус хәрби операция барышын, ундағы хәлдәрҙе лә белештек яугирҙән.

  • Унда барыһы ла яҡшы, түҙерлек. Зарланырлыҡ урын юҡ. Тыуған яҡтарҙан гуманитар ярҙам килеп тора. Уҡыусыларҙың хаттарын ҡыуанып уҡыйбыҙ. Прибельский ауылынан, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатынан хаттар килеп эләкте. Башҡорт телендә яҙылған хаттар, бигерәк тә күңелгә яҡын, рәхәт булып китә. Түш кеҫәгә һалып алам да, бушыраҡ ваҡыт килеп сыҡһа, шул хаттарҙы ҡабат-ҡабат уҡыйым. Хәрби булыу уйы көтөлмәгәндә генә килеп сыҡһа ла, күңелемә ятты һәм махсус хәрби операция тамамланғас, артабан да тормошомдо хәрби һөнәр менән бәйләрмен, тип уйлайым.

Өлгөлө разведка хеҙмәткәре, өс ҡустыһына үрнәк күрһәтерлек ағай хәрби хеҙмәтен дауам итер өсөн ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Уның менән иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла осрашып, әңгәмәләшергә яҙһын, Алла бирһә!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: