Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Декабрь 2023, 15:14

Өй туйларға насип булһын!

Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ иткән байтаҡ программалар бойомға ашырыла. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла күләмле эштәр алып барыла.

Өй туйларға насип булһын!
Өй туйларға насип булһын!

Өй туйларға насип булһын!

Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ иткән байтаҡ программалар бойомға ашырыла. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла күләмле эштәр алып барыла.

 Мәҫәлән, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” буйынса дәүләт программаһына ярашлы, Бекетов ауылынан Юлия һәм Ан­дрон Вишевтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡсалата сертифи­кат бирелде.

Юлия Александров­на “Артемида” тоҡом­солоҡ хужалығында ветеринар табибы бу­лып эшләй. Ә тормош иптәше Андрон Алек­сандрович Росгвардия отрядында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шуға күрә улар торлаҡҡа хоҡуҡ менән өҫтөнлөклө файҙалана алды.

Сертификатты алғандан һуң ғаилә үҙ йорттарын төҙөп инергә ниәтләй.

- Хыялығыҙҙағы өйҙө һалып инеп, бәхетле йәшәргә насип булһын, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Саби­ров.

Беҙ ҙә Вишевтарға ныҡлы һаулыҡ, теләгән барлыҡ ниәттәренең бойомға ашыуын теләй­беҙ.

Контракт хеҙмәтенә бәйле һо­рауҙар менән телефон аша 117 һан­дарына шылтыратырға була. Беҙҙең районда йәшәүселәр 8(34765) 2-14- 78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килә ала.

Автор:
Читайте нас: