Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Декабрь 2023, 15:52

Күҙ йәштәре менән һуғарылды был сара

Илтуған ауылының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тарихи ваҡиға теркәлде. Бында илебеҙҙә барған ваҡиғаларға битараф булмаған һәм яу елдәре уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған ғаилә ағзалары ҡатнашты.  

Күҙ йәштәре менән һуғарылды был сара
Күҙ йәштәре менән һуғарылды был сара

Күҙ йәштәре менән һуғарылды был сара

Илтуған ауылының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тарихи ваҡиға теркәлде. Бында илебеҙҙә барған ваҡиғаларға битараф булмаған һәм яу елдәре уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған ғаилә ағзалары ҡатнашты.

 

 Был көндө музейҙа “Еңеүгә табан” тип аталған Махсус хәрби операци­яла ҡатнашыусыларҙың Хәтер залы­ның асылыу тантанаһы уҙҙы. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында 500 мең һумлыҡ грант аҡсаһына бойомға ашырылһа, “Асыҡ йөрәктәр” хәйриә фонды ошо идеяның инициаторы булды. Тарихи ваҡиғаның Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы көнө менән тап килеүе лә осраҡлы түгел.

- Хәтер залын асыу датаһы итеп Рәсәй Федерцияһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығы көнөн һай­ланыҡ. Яуҙа һәләк булған барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре, яҡын­дары алдында баш эйәбеҙ. Махсус хәр­би операцияла ҡатнашыусыларға ар­налған Хәтер залы – ул яугирҙәребеҙгә, уларҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына, балаларына хөрмәт күрһәтеү. Үҙе­нең тарихын, тамырҙарын белгән һәм һаҡлаған илдең генә киләсәге бар. Был музейҙа шулай уҡ Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған атай-олатайҙарыбыҙ иҫтәлегенә лә залдар булдырыласаҡ.

Идеяның инициаторы булған, грант яҙған Рушания Хәмәтғәлимо­ваға, был эште тормошҡа ашырырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла – Клара Ғәйфуллина, Резеда Әхтәмова, Виктория Мөхәмәҙиева, Эльза Сат­тароваларға һәм башҡаларға оло рәх­мәт белдерәм. Шулай уҡ иң ҡәҙерле иҫтәлектәре менән бүлешеүсе Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яу­гирҙәребеҙҙең туғандарына рәхмәтле­беҙ. Тиҙерәк еңеү яуларға яҙһын һәм һалдаттарыбыҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫән­баева.

Яуҙа һәләк булғандарҙы бер ми­нутҡа тын ҡалып, хәтергә алғас, һүҙ ошо идеяның башланғысында тороусы Рушания Хәмәтғәлимоваға бирелде:

- Махсус хәрби операция барлыҡ ғаиләләргә лә ҡағылды. Шуға күрә ошондай Хәтер залы асыу, яугирҙәре­беҙҙең хәтерен мәңгеләштереү бик кәрәк. Был залдағы фотоларҙа беҙ үҙебеҙҙең яҡташтарҙы, дуҫтарҙы, күр­шеләрҙе, яҡындарыбыҙҙы, туғанда­рыбыҙҙы, улдарыбыҙҙы, ирҙәребеҙҙе күрәбеҙ. Шуға ла был тема һәр бере­беҙҙең йөрәге аша үтә. Ҙур проектты командаһыҙ башҡарып сығырға мөм­кин булмаҫ ине, - тине ул һәм ошо эштә әүҙемлек күрһәткәндәрҙең барыһына ла Рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырҙы.

 

 Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары урын­баҫары Рөстәм Вәлитов та иң изге һүҙҙәрен әйтте һәм Дәүләт на­градаһын – “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалын махсус хәрби операция­ла ҡатнашыусы батыр Күлләр ауылы егетен бүләкләне.

- Шундай яҡшы эш башҡарғанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Яҡташтарыбыҙҙың оло ярҙамы менән аяҡтарыбыҙҙа ныҡ баҫып то­рабыҙ һәм алға табан ышаныслы барабыҙ, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тағы бер яҡташыбыҙ.

Артабан сарала ҡатнашыусылар Хәтер залы менән танышты.

Шулай уҡ был көндө Илтуған ауылында тыуып үҫкән һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Хәлил Низаметдинов­тың яҡты иҫтәлегенә арнап асылған мемориаль таҡтаға сәскәләр һалынды.

Һәр сығыш яһаусының күҙ йәштәре менән һуғарылды был сара. Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа башын һалған яҡташта­рыбыҙҙың туғандары ла фотоһүрәттәрҙе һыйпай-һыйпай күҙ йәштәрен түкте хәтер тантанаһында...

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: