Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
8 Декабрь 2023, 10:52

Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй

Илмира Ғәлиәхмәтова 2012 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек итә. Хеҙмәт юлын ул Иҫке Муса урта мәктәбендә башлаған.

Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй

Илмира Ғәлиәхмәтова 2012 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек итә.

Ул Иҫке Муса урта мәктәбендә уҡытыусы, ойошторусы-урынбаҫар булып хеҙмәт юлын башлаған. "Даирә" район гәзитенең үҙаллы булып сыға башлаған осоронда рухлы, көслө команда булдырып, милли матбуғат мәнфәғәтендә ышаныслы эш башлайҙар. Гәзит биттәрендә тарихи, тәрбиәүи, тормошсан материалдар баҫтырыуҙы маҡсат итеп, һәр һанды ихлас ижад итәләр.  "Даирә" гәзите район башҡорттарының яратҡан аралашыу майҙанына әүерелә. Ильмира Әнүәр ҡыҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары булып эшләгән осорҙа урындағы ҡоролтай ағзалары Рәсәй, республика, район кимәлендә рухлы, тәрбиәүи саралар ойоштороуҙа мөһим роль уйнай. Мәҫәлән, 2014 йылда уҙғарылған "Уйын" проекты әлеге ваҡытта һабантуйҙарҙа уҙғарылған халыҡ уйындарының онотолған төрҙәрен пропагандалауҙың тәүге аҙымы  булды. Республикала беренсе тапҡыр "Ылаҡ" ярышы, Шайморатов алышын күрһәтеү ойошторолдо, башҡорт аттарының бәҫен күтәреүгә өлөш индерелде, патриотик тәрбиәгә ҙур баҫым яһалды. 2014-2018 йылдарҙа районда тәүге тапҡыр башҡорт КВН командаһы булдырылды  һәм улар “Шаяниум” фестивалендә уңышлы  сығыш яһай башланы. Башкорт командалары  2019-2022 йылдарҙа ла  республика кимәленә сыға алды.

2012 йылда районда Шайморатов призына республика буйынса көрәшселәр ярышына нигеҙ һалына. Тәүге йылдарҙа 300-ләп ярышсы ҡатнаша. Бәйге йыл һайын Шайморатовтың вафаты көндәрендә уҙғарыла. Ошо дәүерҙә табын йәштәрен ойоштороу буйынса  ла  эштәр башлана. Йәштәрҙе фестивалгә йәлеп итеү, уларҙы туплау буйынса эш дауам итә, яңы лидерҙар эҙләнә. Нәҡ ошо ваҡытта райондың билдәле  шәхестәренең исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. М. Шайморатовҡа һәйкәл һәм музей асыу буйынса эштәр һәм мәғлүмәт туплау,  Өмөтбаевтың бюсты, йорт-музейын һәм биләмәһен төҙөкләндереү, Фәрит  Иҫәнғоловҡа бюст, Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асыу, Шәриф Биҡҡол музейын заманса йыһазландырыу, район тарихы буйынса китап сығарыу – ошо иҫәптә.

Ҡоролтай ағзалары мәктәптәр менән дә даими байләнештә. Айырыуса башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре аралашып,  кәңәшләшеп эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Район гәзите, телевидение талантлы уҡытыусылар тураһында даими мәғлүмәт бирә. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу мәсьәләһе лә борсолоу  тыуҙыра. Иҫке Бәпес, Һәүәләй, Бишауыл-Уңғар ауылдары был йәһәттән әүҙем,  ҡалғандарға ныҡлап эшләргә кәрәк. Район үҙәгендә асылған төркөм дә, балалар булмау сәбәпле эшләмәй.  Был йәһәттән, ата-әсәләр араһында яңынан анкета үткәрергә ҡарар ителде.

 –  Алайғыр ауылы мәктәбенең ябылыуы ла борсой. Бер яҡтан балалар көслө, йылы  мәктәпкә күсте, икенсе яҡтан, ауылда мәктәп булһа, милли рух та һаҡлана, –  ти Ильмира Әнүәр ҡыҙы.

Район башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашлығында халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары, яҙыусылары, шағирҙары, йырсыларының юбилейҙары, ижад, хәтер кисәләре уҙғарыла килә. Мәҙәниәт – халыҡтың рухи сағылышы. Районда башҡорт бейеү-йыр ансамблдәре, фольклор һәм театр коллективтары  ойоштороу,  репертуар буйынса кәңәшләшеү, анализлау – даими күренеш. Райондың бейеү ансамблдәре республика, Рәсәй кимәлендә  еңеү яулай.

"Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә район буйынса еңгән ауылдарҙы билдәләү,  сараларҙы билдәләү, уларҙы үткәреүҙә ярҙам итеү, видеопрезентация эшләү, халыҡ менән осрашыу  һәм башҡа бихисап эштәр  район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларына йөкмәтелгән. Райондың терминология  комиссияһында  район ҡоролтайының  өс башҡарма комитеты ағзаһы эшләй.

2018 йылдан Ильмира Әнүәр ҡыҙы Иҫке Муса ауыл советын етәкләй.

 – Тыуған ауылымда  яҡташтарым менән тырышып эшләйбеҙ. Мөмкинлек булғанда, халҡыма күберәк файҙа килтерәһе ине,  – ти ул. Гранттар сиктәрендә проекттар булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғандар.

Районда "Айыҡ ауыл" конкурсын әүҙемләштереү буйынса эш алып барыла, ауылдарҙағы әүҙемселәр менән бәйләнеш булдырылған.   Милли матбуғатҡа яҙылыу осоронда башҡорт телендә сыҡҡан район гәзитенә, башҡортса гәзит –журналдарға яҙылыуҙы бүләк итеү матур йолаға әүерелгән.

 – Ҡоролтай ағзалары тәбиғәт ҡомартҡылары – Ҡарламан мәмерйәһе менән Зәңгәркүлде  шефлыҡҡа алды. Төҙөкләндереү,  ағас ултыртыу  эштәре башҡарыла,  – ти Ильмира Әнүәр ҡыҙы.

Бөгөн ҡоролтай ағзаларының, уның рәйесе өсөн тағы бер мөһим мәсьәләләрҙең береһе – махсус хәрби операциялағы  егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә терәк булыу, ярҙам итеү. Аҡса һәм кәрәк-яраҡтар йыйыу, бейәләй-ойоҡтар бәйләү, селтәр үреү, кейем тегеү, шәм эшләү, туҡмас киҫеү, бауырһаҡ, сөсө күмәс бешереү, ит быҡтырыу, бутҡа менән ит быҡтырыу, хатта  күмәкләп доғалар уҡыу – һәммәһе лә бөгөн бик мөһим. Район башҡорттары ҡоролтайы тәүгеләрҙән булып ҡорот киптереп ебәреүҙе ойошторҙо. Сараны бар ауылдар ҙа күтәреп алды. “Егеттәребеҙ имен-аман ғына тиҙерәк ҡайтһын”,  - ти бер төптән халыҡ.

 Ильмира Әнүәр ҡыҙы ололар түгел, йәш быуындың да тарих, тел, милли тамырҙар менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләй.

– Быйыл Мәскәүҙә районыбыҙ һабантуй уҙғарҙы. Шунда  ҡунаҡтарҙы ырыуҙар картаһы менән таныштыра торҙом. Яҡташтарыбыҙ, айырыуса йәштәр,  карта янынан өҙөлмәне. Һөйләгәнде генә тыңлап ҡалмай, үҙҙәренең мәғлүмәттәрен дә әйттеләр, иптәштәренә тыуған яҡтарын күрһәттеләр. Һоҡланып ҡайттым: мегаполиста йәшәп тә, тамырҙарын, рухын онотмағандар, заман еленә бирешмәгәндәр. Ғөмүмән, беҙгә берҙәм һәм уртаҡ маҡсатлы булыу кәрәк, - ти Ильмира Әнүәр ҡыҙы.

Г. Рәсүлева әҙерләне.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

 

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-12-07/yrmy-alyla-ruhly-mill-tt-sht-r-y-sh-y-3555197

 

 

Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Ҡырмыҫҡалыла рухлы милләттәштәр йәшәй
Автор:
Читайте нас: