Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
6 Декабрь 2023, 15:38

Бурысы - хәрби дисциплинаны тәьмин итеү

Оборона министрлығының хәрби полицияһы - Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең хоҡуҡ һаҡлау структураһы. Ул хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү һәм Ҡораллы Көстәрҙең хәрби дисциплинаһын һаҡлауға тәғәйенләнгән.

Бурысы - хәрби дисциплинаны тәьмин итеү
Бурысы - хәрби дисциплинаны тәьмин итеү

Бурысы - хәрби дисциплинаны тәьмин итеү
РФ Оборона министрлығының хәрби полицияһы - Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең хоҡуҡ һаҡлау структураһы. Ул хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү һәм Ҡораллы Көстәрҙең хәрби дисциплинаһын һаҡлауға тәғәйенләнгән.
Хәрби полицияла яҡташыбыҙ, Ҡарлыман ауылында тыуып үҫкән “Һары” позывнойлы егет хеҙмәт итә. Ул урындағы мәктәптең 9-сы класынан һуң, Ауырғазы күп профилле колледжында ауыл хужалығы мастерына уҡый. Уҡыған осорҙа уҡ үҙ теләге менән армияға китә. Екатеринбург ҡалаһындағы хәрби часта связист була. Ярты йыл хеҙмәт иткәс, Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөй. Ваҡыт еткәс, контрактты өс йылға, шунан тағы өс йылға һуҙа. Махсус хәрби операция башланғанда связист була. Артабан ул РФ Оборона министрлығының хәрби полицияһына күсә. Әлеге көндә Һамар хәрби полиция батальонында хеҙмәт итә.
- Армияла хеҙмәт иткән осорҙа тәртип һаҡлап, нарядтарға, патрулдәргә йөрөнөк. Шул ваҡыттарҙа уҡ хәрби полиция эше ҡыҙыҡһындырҙы. Был хеҙмәтте йөрәк ҡушыуы буйынса һайланым. Хәҙер инде ҡаланы, гарнизонды патрулләүҙән тыш, хәрби полиция эше буйынса Бөтә Рәсәй буйлап йөрөргә тура килә. Беҙ хәрби поездарҙы һаҡлайбыҙ. Алғы һыҙыҡҡа барып, яралы яугирҙәрҙе лә алып сығабыҙ. Бурысыбыҙ - законлыҡты, тәртипте һәм хәрби дисциплинаны тәьмин итеү. Бурыстарҙы сифатлы итеп башҡарыу өсөн хәрби әҙерлек буйынса шөғөлләнәбеҙ. Тылдағы полигондарҙа күнекмәләр үтәбеҙ. Тактик атыу нормативтарын үтәйбеҙ. Хәрби троеборье (атышыу, граната ырғытыу, 3 саҡрымға йүгереү), хәрби пятиборьеларҙа (атыу, граната ырғытыу, йөҙөү, ҡаршылыҡтар һыҙығын үтеү, 8 саҡрымға йүгереү) ярышабыҙ, - тип һөйләне хәрби полиция хеҙмәткәре.
Көслө, ҡоростай холоҡло егет үҙ теләге менән ысын ирҙәр һөнәрен һайлаған. Уға етди һәм яуаплы хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: