Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
29 Ноябрь 2023, 12:05

Яу яланында ауылдаштар осрашҡан

Ошо көндәрҙә беҙгә Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән ике ауылдаштың яу яланында осрашыуҙары хаҡында мәғлүм булды. Был осрашыуҙан тәьҫирләнгән егеттәр фото ла ебәрҙеләр.

Яу яланында ауылдаштар осрашҡан
Яу яланында ауылдаштар осрашҡан

Яу яланында ауылдаштар осрашҡан

Ошо көндәрҙә беҙгә Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән ике ауылдаштың яу яланында осрашыуҙары хаҡында мәғлүм булды. Был осрашыуҙан тәьҫирләнгән егеттәр фото ла ебәрҙеләр.

Бөгөнгө көндә күп яҡташтарыбыҙ яу яланында Ватаныбыҙ алдындағы изге бурыстарын үтәй. Тыуған яҡтарынан ситтә булған егеттәребеҙҙең йәнтөйәктәренән алған һәр бер сәләмгә, күстәнәс-хатҡа ысын күңелдәренән ҡыуаныуҙары хаҡында ишетеп беләбеҙ. Ә бына ут аҫтында йөрөгәндә, уйламаҫтан, туғаныңды йә булмаһа яҡташыңды осратыу үҙе ҙур бәхеткә тиң. Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән ауылдаштар - “Шихан” һәм “Амур” позывнойлы яугирҙәр менән дә бер үк ваҡытта ҡыуаныслы ла, һағышлы ла осрашыу булған.

“Шихан” бала саҡтан хәрби булыу теләге менән яна. Мәктәпте тамамлап, иретеп-йәбештереүсе һөнәре алған егет ил алдындағы бурысын үтәр өсөн әрме сафына юллана. Хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтып, бында эш башлай, ғаилә ҡора. Әммә бала саҡтағы хыялы тураһында ул бер ҡасан да онотмай һәм хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп, ҡатыны, улы менән Һамар өлкәһенә юллана. Бында уларҙың ҡыҙҙары донъяға тыуа.

“Шихан”ға төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт итергә тура килә: ике тапҡыр Сүриәлә һәм бер тапҡыр Тажиҡстанда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша.

Махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып ул үҙ хеҙмәтен үтәй.  

- Йәй көнө ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте, ваҡыты булғанда шылтырата. Барыһы ла яҡшы, минең өсөн борсолмағыҙ, ти һәр ваҡыт. Ғаиләһе Һамар өлкәһендә йәшәй. Ейән-ейәнсәрем каникулдарҙы ауылда үткәрә, - ти яугирҙең Түбәнге Төкөндә йәшәүсе әсәһе.

- Һаумыһығыҙ! Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт. Ғәфү итегеҙ һуң яҙғанға, эштәр күп, интернет та яҡшылап тотмай. Мөмкинлек булһа, шылтыратырмын. Хәлдәребеҙҙе белешеп торғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тип яҙҙы беҙгә “Шихан”.

Бер нисә көн үткәс, уның тауышын да ишетергә тура килде.

- Хәлдәребеҙ һәйбәт. Ашау яғынан да, кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ буйынса барыһы ла етерлек. Зарланырлыҡ урын юҡ. Яҡташым менән осрашып, ауыл хәлдәре тураһында һөйләшеп, күңелебеҙ булды, - тине ул шылтыратҡан саҡта.

“Амур” позывнойын йөрөткән, өс балаға атай, өс ейән-ейәнсәргә олатай булған яҡташыбыҙ быйылғы йылдың август айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә.

- Дуҫтары, таныштары яу ҡырында йөрөгәс, ул да түҙмәне, үҙ теләге менән хеҙмәткә китте. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, ти шылтыратҡан һайын. Яу яланында дуҫы менән күрешкәне тураһында ла һөйләне. Йәш аралары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, улар бәләкәй саҡтан дуҫ булғандар, күрше йәшәгәндәр. “Бер туғанымды осратҡан кеүек шатландым, шундай рәхәт булды, ҡыуаныслы хистәр кисерҙем”, - тип һөйләне ул осрашыу хаҡында, - ти “Амур”ҙың тормош иптәше.

Яу яланында түгел, тиҙерәк тыуған ауылығыҙҙа осрашырға яҙһын һеҙгә, яҡташтар!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: