Даирә
+21 °С
Болотло
Илһөйәрлек
15 Ноябрь 2023, 11:46

Хәрби булыу хыялы тормошҡа ашҡан

Махсус хәрби операция башланыу менән контракт хеҙмәтендә булған күп яҡташтарыбыҙ хеҙмәттәрен яу ҡырында дауам итте. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы ауылынан “Башкир” ҡушаматлы яугир ҙә бар.

Хәрби булыу хыялы тормошҡа ашҡанХәрби булыу хыялы тормошҡа ашҡан
Хәрби булыу хыялы тормошҡа ашҡан

"Башкир” Ҡырмыҫҡалының 1-се мәктәбен яҡшы билдәләргә генә та­мамлай һәм Өфө дәүләт ави­ация техник университеты­ның Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, хәрби бурысын үтәр өсөн әрме сафына алына. Хеҙмә­тен тамамлағас, ул йәнә өс йылға контракт төҙөп, Рәсәй армияһында ҡалырға ҡарар итә. Махсус хәрби операция башланыу менән контракт хеҙмәтен тағы ла дауам итә.

- Улыбыҙ бала саҡтан хәрби хеҙмәт тураһында хыялланды һәм ошо хы­ялын тормошҡа ашырҙы. Ул сабыр, тәртипле, аҙ һүҙле бала булды һәм әле лә шулай. Бер ҡасан да, бер нимәгә лә зарланмай. Махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың март айын­да юлланды. Йәй көнө ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Әле һирәк булһа ла аралашып, хәлдәрен белешеп торабыҙ. Минең барыһы ла яҡшы, ти ул шыл­тыратҡан һайын. Махсус хәрби опера­цияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа йөрөгән­дәрҙең барыһына ла именлек-һаулыҡ, тиҙерәк һәм еңеү менән тыуған яҡта­рыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - ти яугирҙең әсәһе.

Әсәнең изге теләктәренә беҙ ҙә ихлас күңелебеҙҙән ҡушылабыҙ һәм яугирҙәребеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ.

Мәғлүмәт Президенттың Мәҙә­ни инициативалар Фонды тарафынан хупланған “Еңеүгә йөҙ менән” мах­сус хәрби операцияла ҡатнашыусы­лар тураһында хәтер залын булдырыу проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алынды.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас