Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
9 Ноябрь 2023, 07:01

Илһөйәрлек рухы һүнмәһен

“Илһөйәрлек – ул һүҙ һөйләү генә түгел, ә ысын эштәр”, – тигән билдәле рус тәнҡитсеһе В. Белинский. Ҡырмыҫҡа­лының 2-се мәктәбе коллективы был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен яҡшы аңлай һәм шул йүнәлештә әүҙем эш алып бара.

Илһөйәрлек рухы һүнмәһенИлһөйәрлек рухы һүнмәһен
Илһөйәрлек рухы һүнмәһен

Илһөйәрлек рухы һүнмәһен

“Илһөйәрлек – ул һүҙ һөйләү генә түгел, ә ысын эштәр”, – тигән билдәле рус тәнҡитсеһе В. Белинский. Ҡырмыҫҡа­лының 2-се мәктәбе коллективы был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен яҡшы аңлай һәм шул йүнәлештә әүҙем эш алып бара.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө ал­дынан уҙғарылған илһөйәрлек менән һуғарылған мәртәбәле сара быға асыҡ миҫал булып тора. Был көндө Ҡыр­мыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡытыу­сылары һәм уҡыусылары, район мәк­тәптәре етәкселәре Еңеү паркына митингҡа йыйылды.

Тыуған илебеҙ именлеге өсөн һәләк булғандарҙы хәтергә алып һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң һүҙ алыусы район хакимиәте башлығы Әлфир Са­биров, хәрби комиссар Ринат Ғималов үҙҙәренең сығыштарында ил һаҡсы­ларына рәхмәттәрен белдерҙеләр һәм тыныс күк йөҙө теләнеләр. Был көндө шулай уҡ төрлө йылдарҙа илебеҙ ты­ныслығы өсөн һәләк булғандар хөрмә­тенә мәктәп алдында ҡуйылған мемо­риаль таҡталарға сәскәләр һалынды.

- Беҙҙең мәктәпте тамамлаусы егет­тәр араһында хәрби бурыстарын үтә­гән саҡта үҙ ғүмерҙәрен аямайынса батырҙарса һәләк булғандар байтаҡ. Шуға күрә мәктәбебеҙҙә хәрби-патри­отик клуб булырға тейеш. Был клуб яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Алексей Нестерович Калганов исемен йөрөтәсәк, - тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе хәрби-патриотик клубты асыу тантанаһын Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе директоры Марат Әбүбәки­ров.

- Мәктәп тарихының яңы битен асыусы мөһим ваҡиға бөгөн. Был клубтың төп маҡсаты – батырҙарыбыҙҙың хәтерен һаҡлау һәм уны артабан тапшырыу. Данлыҡлы Геройыбыҙ исе­мен йөрөткән хәрби-патриотик клуб­тың ағзаһы булыу – оло мәртәбә. Был клуб йәшәргә, эшләргә һәм артабан үҫешергә тейеш, - тине район хакимиә­те башлығы Әлфир Сабиров һәм клуб ағзаларына изге теләктәрен юлланы.

А.Н.Калганов исемендәге хәрби-па­триотик клубты асыу тантанаһында Геройҙың туғаны, “Газспецмонтаж+” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Иванович Калгановтың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Тантанала ул күҙ йәштәре аша атаһы­ның бер туған ҡустыһы тураһында хәтирәләре менән бүлеште һәм хәр­би-патриотик клубҡа 100 мең һум аҡса бүләк итте.

Хәрби-патриотик клуб ағзалары үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәткәс, һүҙ калгановсыларҙың етәксеһе Ринат Яхинға бирелде. Ул үҙенең һәм клуб ағ­залары исеменән Советтар Союзы Ге­ройы А.Н. Калганов исемен йөрөтөргә ышаныс күрһәткәндәре өсөн оло рәх­мәтен белдерҙе һәм был ышанысты аҡларға ҙур көс һалырға һүҙ бирҙе.

Һәр сығыш яһаусы был көндө клубта шөғөлләнеүсе балаларға иң изге теләк­тәрен еткерҙе, Тыуған илдең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫеүҙәрен теләне.

Эйе, илде һөйөү тойғоһо тәрбиәләү – беҙҙең атай-олатайҙарҙан ҡалған ми­раҫ һәм беҙ уны һаҡларға, дауам итергә тейешбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас