Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
9 Ноябрь 2023, 05:38

Еңеү менән ҡайтығыҙ

Күптән түгел махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы егеттәребеҙ араһында Урал ауылынан “Тата­рин” исемле яугир ҙә бар. Әлеге ваҡытта егетебеҙ ғаилә ҡосағында ял итә, көс йыя.

Еңеү менән ҡайтығыҙЕңеү менән ҡайтығыҙ
Еңеү менән ҡайтығыҙ

Еңеү менән ҡайтығыҙ

Күптән түгел махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы егеттәребеҙ араһында Урал ауылынан “Тата­рин” исемле яугир ҙә бар. Әлеге ваҡытта егетебеҙ ғаилә ҡосағында ял итә, көс йыя.

Яугирҙән йәшәү шарттары, хәрбиҙәрҙең бер-береһенә ярҙам итеүҙәре, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре, тыуған яҡты, яҡын­дарын һағыныуҙы нисек итеп еңеүҙәре тураһында һорашырға теләнек.

Ләкин, яҡташыбыҙ 22 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, үҙен бик етди һәм өлкәндәрсә тота. Махсус хәрби операциянан ҡай­тҡан башҡа егеттәр кеүек үк, унда булған ваҡиғалар тураһында бик әҙ һөйләй. Яуап бирһә лә, ҡыҫҡа һәм теүәл. Ҡыҫҡаһы, ысын ирҙәр­сә.

“Татарин” Әлиә һәм Айрат Халиҡовтарҙың ғаиләһендә тәү­ге бала, ҡустыһы бар. 2-се Ҡы­рмыҫҡалы мәктәбендә уҡый. Уҡыған сағында футбол менән мауыға. 9-сы кластан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы­на уҡырға инә. Һуңынан Ива­нов ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

- Бала саҡта хәрби булырға хы­ялым булмаһа ла, ил алдындағы бурысымды үтәү осоронда был һөнәргә хөрмәтем артты. Шуға ла хеҙмәтемде тултырғас, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Атай-әсәйем башта минең ҡара­рыма риза булмаһалар ҙа, һуңынан күнделәр, - тип яуапланы яугир.

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк тиерлек алғы һыҙыҡта ҡатнаша ул. Киев, Изюм ҡалаларында, Луганск һәм Херсон өлкәләрендә һөжүм итеүҙә алыша, үҙен ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә. Үҙенең баты­рлығы һәм хәрби антҡа тоғролоғо өсөн ул IV дәрәжә Георгий тәреһе һәм хәрби батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә.

- Махсус хәрби операция зо­наһындағы егеттәр гуманитар ярҙам ебәреүселәргә бик рәхмәт­ле. Шәхсән үҙемә Олокүл һәм Урал ауылдарынан ебәрелгән по­сылкалар һәм хаттар килеп етте. Барыһына ла ҙур рәхмәт.

Тыуған ауылым халҡы маски­ровка селтәрҙәре үрә башлағанын белгәс, бик ғорурландым. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы, беҙгә ныҡлы терәк булыуығыҙҙы тоябыҙ. Шулай бер­гә һәм берҙәм булғанда – еңеү беҙҙең яҡта булыр! - тине кон­трактсы.

Тиҙҙән яугиребеҙ ҡабат юлға ҡуҙғаласаҡ. Уға һәм барлыҡ һал­даттарыбыҙға Еңеү менән иҫән-и­мен тыуған яҡтарына ҡайтыуҙа­рын теләп ҡалабыҙ.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.

Автор:
Читайте нас