Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
18 Октябрь 2023, 09:21

Ғорурлыҡ тойғоһо уята

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын һанап та бөтөрлөк, улар күрһәткән батырлыҡтарҙы бер һүҙ менән генә аңлатырлыҡ та түгел. Шундай батырҙар араһында беҙҙең яҡташтарҙың да булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Ғорурлыҡ тойғоһо уятаҒорурлыҡ тойғоһо уята
Ғорурлыҡ тойғоһо уята

Ғорурлыҡ тойғоһо уята

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын һанап та бөтөрлөк, улар күрһәткән батырлыҡтарҙы бер һүҙ менән генә аңлатырлыҡ та түгел. Шундай батырҙар араһында беҙҙең яҡташтарҙың да булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Ошо көндәрҙә “Партизан” ҡушаматлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Миңлеғәле Шайморатовтың ауылдашына мәртәбәле бүләкте ҙур ғорурлыҡ менән тапшырҙы.

Әйткәндәй, “Партизан” яҙ көнө “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәйне.

Яугир Шайморатов мәктәбен тамамлағас, Өфө автотранспорт колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған белгесте Свердловск өлкәһенә әрме сафына алалар. Артабан ул Чечен Республикаһында барған бәрелештәрҙә ҡатнаша.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан егет тормошон төҙөлөш өлкәһе менән бәйләй һәм Гөлнара исемле һылыу менән матур ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Юлиә ҡыҙҙары Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала һәм эшләп тә йөрөй. Игеҙәктәр – Алмаз менән Азалия Шайморатов ауылы мәктәбенең 9-сы класында белем ала.

2022 йылдың сентябрь айында илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланыу менән “Партизан” күп тә уйлап тормай, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана.

  • Беҙ бармаһаҡ, кем бара? Тыуған илде һаҡлау – ул беҙҙең бурыс. Еңеү беҙҙең яҡта, - ти ул үҙенең был ҡыйыу аҙымы тураһында.
  • Тормош иптәшем бик уңған, эшһөйәр, талапсан кеше. Үҙе лә эш ярата, шулай уҡ балаларҙы ла эшкә өйрәтә. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың барыһы ла эшһөйәр булып үҫеп киләләр. Юлиә ҡыҙыбыҙ ситтән тороп уҡыуға күсеп, әлеге көндә тырышып эшләп йөрөй. Алмаз һәм Азалия ла барлыҡ эштәрҙә беҙҙең оло ярҙамсыларыбыҙ, - ти яугирҙең тормош иптәше Гөлнара.
  • Атайыбыҙ беҙгә һәр яҡлап өлгө булып тора. Ул – беҙҙең яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ һәм оло терәгебеҙ. Атайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, - тиҙәр балалары.

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҙур батырлыҡ күрһәткән. Ул яралы килеш иптәштәрен яу яланынан алып сыға.

Әйткәндәй, “Партизан” ҡушаматы яугиргә бала саҡтан уҡ йәбешкән. Уның ҡыҙыҡлы тарихы ла бар: бала саҡта ул һәр ваҡыт атаһының өс тәгәрмәсле мотоциклының коляскаһында йәшеренергә яратҡан. Атаһы шаяртып уға гелән “Партизан” тип әйтергә яратҡан. Бына шулай итеп яугир бала саҡтан ошо ҡушаматты йөрөтә.

Шайморатов миҙалына лайыҡ булыусы яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек һәм барлыҡ изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас