

Салауат Ғүмәров менән хәрби батырлығы өсөн 2-се дәрәжә миҙалы менән бүләкләнеүсе Илвир Байғусҡаров үҙҙәре белем алған мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн фәһемле әңгәмә үткәрҙеләр. Улар үҙҙәре хеҙмәт иткән ерҙәр тураһында һөйләнеләр һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. Егеттәрҙең буласаҡ һалдаттарға бөгөндән үк физик яҡтан әҙерләнергә, яҡшы уҡырға кәрәклеге хаҡындағы кәңәштәре, үҙ илеңдең патриоты булырға тейешлекте аңлатыуҙары айырыуса әһәмиәтле булды. Шулай уҡ улар төрлө хәрби алымдар күрһәттеләр һәм уҡыусыларҙан ҡабатлаттылар.
Был осрашыу барыбыҙға ла бик оҡшаны. Егеттәргә хәрби хеҙмәттәрендә уңыштар һәм тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын.
Рита ДӘҮЛӘТШИНА.
Түбәнге Төкөн ауылы.