Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
20 Август 2023, 17:41

Тағы бер батыр яугир менән хушлаштыҡ...

Бөгөн Иҫке Бәпес ауылында Андрей Касьяновты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир махсус хәрби операцияла һәләк булған. Йыназала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты.

Тағы бер батыр яугир менән хушлаштыҡ...
Тағы бер батыр яугир менән хушлаштыҡ...
- Хөрмәтле Рәмзиә Фәүзи ҡыҙы, Илнур, яугирҙең яҡындары, туғандары һәм ауылдаштары! Бөгөн бар республика өсөн ҙур ҡайғы. Беҙ тағы ла бер батыр, ҡаһарман егетебеҙҙе юғалттыҡ.
Андрей Николаевич йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, изге күңелле, ярҙамсыл, ҡурҡыу белмәҫ егет булды. Ул тыуған илен һаҡларға ла иң тәүгеләрҙән булып теләк белдерҙе һәм үҙ моратына ирешер өсөн өс тапҡыр хәрби комиссариатҡа килде.

Нәҡ ошондай ныҡыш, батыр егеттәр илебеҙ тыныслығын яҡлай ҙа инде. Ошондай тоғро, намыҫлы ул үҫтергәне һәм тәрбиәләгәндәре өсөн Рәмзиә Фәүзи ҡыҙына һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәт, - тине Ирек Хәйривари улы.

- Йәш кенә егеттәребеҙҙе ер ҡуйынына оҙатыу бик ҡыҙғаныс хәл. Ләкин бер нимә лә эшләп булмай.
Андрей бик күптәр кеүек ил алдындағы бурысын үтәргә ҡарар итте һәм батырҙарса һәләк булды. Ул әле ғаилә ҡорорға ла өлгөрмәне, ләкин башҡалар тыныс тормошта йәшәһендәр өсөн башын һалды. Бик аяныс. Беҙ уның исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ, ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ.
Рәмзиә Фәүзи ҡыҙы һәм Илнур һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ. Андрейҙың ятҡан урыны ожмахта булһын, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.

Андрей Касьянов Адвокатовка ауылында тыуған. Иҫке Бәпес ауылына күсеп килгәндән һуң, урындағы мәктәптә уҡыған. Артабан Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһын тамамлаған. Махсус операцияға үҙ теләге менән киткән һәм Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән. Уны оҙатырға килгән хеҙмәттәштәре Андрейҙың взводҡа етәкселек итеүе, командирлыҡ сифаттарына тулыһынса эйә булыуы хаҡында һөйләне.
Уҡытыусылары иһә Андрей Касьяновты изге күңелле, алсаҡ, эскерһеҙ, ярҙамсыл егет ине, тип телгә алды.

Ефрейтор Андрей Касьяновҡа үлгәндән һуң Шайморатов ордены һәм Рәсәй Президенты указы менән Батырлыҡ ордендары бирелде.
Андрей Касьяновтың әсәһенең, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, яугир!
 
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: