Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
17 Август 2023, 12:06

Яугирҙең этен һәм бесәйен әсәһенә алып ҡайтҡандар

Хайуандарҙы махсус операция биләмәһенән Шишмә районына тиклем машинала килтергәндәр.

Яугирҙең этен һәм бесәйен әсәһенә алып ҡайтҡандар
Яугирҙең этен һәм бесәйен әсәһенә алып ҡайтҡандар

«Башҡорт» позывнойлы һалдат Андрей Егоров махсус хәрби операция барышында әсәһенең тыуған көнөндә батырҙарса һәләк булған. Уның хужаһыҙ ҡалған Пират ҡушаматлы этен һәм Фугас ҡушаматлы бесәйен часта ҡалдырырға теләгәндәр, әммә хайуандар Андрейҙы юҡһынған, шуға күрә хәрбиҙәр уларҙы ҡаһарман яугирҙең ғаиләһенә ҡайтарырға ҡарар иткән.

Эт менән бесәйҙе, документтарын юллауға ҡарамаҫтан, самолет менән ҡайтарыу мөмкин килеп сыҡмаған. Хайуандарҙы махсус операция биләмәһенән Шишмә районына тиклем машинала килтергәндәр.

Андрей һәм уның хеҙмәттәштәре Пиратты шәхси сектор биләмәһендә табып алған. Эт шул тиклем ас һәм хәлһеҙ булған, хатта бер кемде лә янына ебәрмәгән, әммә «Башҡорт» уның менән уртаҡ тел тапҡан. Пират хужаһының артынан ҡалмаған – хатта хәрби припастар ташырға ла ярҙамлашҡан, уның өсөн бронежилет теккәндәр. Эт бер тапҡыр яраланырға ла өлгөргән. Андрей фронт биләмәһендә осраған бесәйҙе лә үҙенә алған – яңы тыуған сағынан тәрбиәләп үҫтергән. Фугас һәм Пират шунда уҡ дуҫлашҡан.

Яугирҙең әсәһе хайуандарҙы үҙенә алырға ҡыуанып ризалашҡан. Улыма яҡын йән эйәләре булғас, улар ғаиләбеҙҙең ағзалары, ти әсә кеше.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-17/bash-ortostandan-mahsus-operatsiyala-l-k-bul-an-yaugir-e-eten-m-bes-yen-s-en-alyp-ayt-andar-3391933

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: