Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
24 Июль 2023, 10:30

Танылған йырсы махсус хәрби операцияға киткән

«Минең яңы вазифам — медвзвод санитары, - ти ул. 

Танылған йырсы махсус хәрби операцияға киткән
Танылған йырсы махсус хәрби операцияға киткән

Танылған йырсы һәм музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов — контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһында. Был хаҡта «Юлдаш» радиоһы хәбәр итә.

«Минең яңы вазифам — медвзвод санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ мин тулы хәрби әҙерлек үтергә тейешмен: окоптар, марш-бросоктар... Беҙ көн һайын полигонда», — ти артист.

Радик Динәхмәтов халыҡҡа йырсы, «Әлдә һин бар әле донъяла», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы, шулай уҡ флейтасы булараҡ билдәле. Ул 7 аудиоальбом, 4 CD-диск, 4 видеоальбом сығарған. Башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығын төҙөүсе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» артистың «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-07-23/izvestnyy-pevets-radik-dinahmetov-otpravilsya-sluzhit-na-svo-3351554

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: