Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
17 Июль 2023, 15:48

Еҙем буйҙары таҙарҙы

Ярҙарҙы санитар таҙартыу барышында йөҙөү сараларында 2,5 кубометр сүп-сар сығарылған.

Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы

Башҡортостан Башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған “Таҙа Еҙем” проекты сиктәрендә, “Еҙем” тәбиғәт паркы биләмәһендә Еҙем йылғаһы ярҙарын ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыу акцияһы үтте. Сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Ишембай нефть колледжы студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре менән Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларынан торған ирекмәндәр “Еҙем” тәбиғәт паркы начальнигы Азамат Ибәтуллин етәкселеге аҫтында ике көн дауамында Еҙем ярҙарын туристар ташлап киткән сүп-сарҙан таҙартты.

Ярҙарҙы санитар таҙартыу барышында йөҙөү сараларында 2,5 кубометр сүп-сар сығарылған. Экологик ағартыу һәм тәрбиә биреү эштәренә ярашлы ҡатнашыусылар өсөн әңгәмә һәм викторина үткәргәндәр. Уҡыу йылы башында ирекмәндәргә акцияла ҡатнашыусылар сертификаттары тапшырыласаҡ.

“Был эш тыуған яғыбыҙҙың матур йылғаһы Еҙемдең тәбиғи матурлығын һаҡларға ярҙам итә. Шулай уҡ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай”, – тине проектта ҡатнашыусылар.

Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ғафури районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: