Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Июль 2023, 22:34

“Үҙемде ғәйепле тоям...”

Омск фажиғәһендә Рөстәмдең ауылдашы һәләк булған.     

“Үҙемде ғәйепле тоям...”
“Үҙемде ғәйепле тоям...”

Ошо көндәрҙә блогер Рөстәм Нәбиев аяҡтарын юғалтҡан фажиғәгә һигеҙ йыл тулды. Ул хеҙмәт иткән казарма емерелгәйне ул саҡта. Был көндәрҙә Рөстәм был ваҡиғаларҙы йыш иҫенә төшөрә һәм моңһоҙлана. Бөгөн дә ул ошо турала күңелһеҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Баҡһаң, армияға ул ауылдашы Фидан Мәүлиев менән бергә киткән булған. Улар бер взводта хеҙмәт иткән. Әммә казарма емерелеп, һәләк булған 24 һалдат араһында Фидан да булған. Эйе, ул саҡта Рөстәм үҙе лә саҡ һәләк булмай, ете сәғәт емереклектәр аҫтында ятып, саҡ тере ҡала, аяҡтарын юғалта.

“Бынан һигеҙ йыл элек был ваҡытта мин емереклектәр араһында ята, ни булғанын да аңлап бөтмәй, үҙемдең тере ҡалырымды ла белмәй инем. Дүрт көндән һуң ғына үлгән кешеләрҙең исемлеген белдем. Улар - 24 кеше ине”, – тине ул социаль селтәрҙә.

Был көндө Рөстәм иптәштәрен иҫкә ала, улар араһында Фидан да бар. Ул ауылдашы ерләнгән урынға мулла саҡыртҡан.

“Фидан менән армияға бергә киттек. Әлеге фото минең телефонға присяга ҡабул иткән көндө төшөрөлдө. Омскиға килгәс тә, беҙ бергә булырға тырыштыҡ. Бүленеш ваҡытында мин Фиданды бер взводта хеҙмәт итергә үтендем. Бер-беребеҙгә ярҙам итербеҙ, терәк булырыбыҙ, тип уйланым. Ә әле башҡа шундай уйҙар килә: әгәр уны саҡырмаһам, бәлки бөгөн ул иҫән булыр ине? Үҙемде ғәйепле тоям...

Бөгөн фажиғәлә һәләк булған барлыҡ дуҫтарым рухына доға ҡылдыҡ. Мин был көндө бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Үҙемдең бер өлөшөм шунда ҡалды һәм йөрәк йәрәхәте мәңгегә ҡаласаҡ”, – ти ул.

Рөстәм Фидандың ауылына барып ата-әсәһенең хәлен дә белешеп тора. “Беҙ туғандарға әйләнеп бөттөк инде”, – ти ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: