Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
4 Июль 2023, 12:54

Күңелле ял итәләр

Йыл да районда бер төркөм балалар палаткалы лагерҙа ял итеү бәхетен татый. Был бәхеткә быйыл да эйә булды улар.

Күңелле ял итәләр
Күңелле ял итәләр

Йыл да районда бер төркөм балалар палаткалы лагерҙа ял итеү бәхетен татый. Был бәхеткә быйыл да эйә булды улар.
Беҙ барғанда төшкө аштан һуң ял итәләр ине. Палаткалар бер рәткә матур итеп теҙелгән, тирә-яҡта тәртип хөкөм һөрә.
- Тәүге сменала 30-ҙан ашыу бала булғайны, быныһында 25 бала ял итә. Бында юнармеецтар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ял итә. Улар ике аҙна буйы ял итеп кенә ҡалмай, спорт менән шөғөлләнә, тренировкалар эшләй. Көн дә иртән иң тәүҙә йүгерәләр, шунан хәрби әҙерлек күнекмәләре башҡара, автомат һүтеп-йыйырға өйрәнәләр. Быларҙың барыһы ла төшкә тиклем эшләнә. Төштән һуң әҙерәк ял итеп алғас, вожатыйҙар улар менән төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнайҙар, концерт ҡуялар, бейейҙәр, йырларға өйрәнәләр. Беҙгә дүрт вожатый һәм ирекмәндәр ярҙам итә. Иртәнсәк дежур төркөм башҡаларҙан иртәрәк тороп, ялан ашханаһында ашнаҡсыға ярҙам итә, утын әҙерләй, һыу ташый. Ашнаҡсы уларға бешерергә, бысаҡ менән эш итергә өйрәтә. Ашап бөткәс һауыт-һаба йыуыу эше лә дежурҙар иңендә. Шулай итеп беҙ балаларҙы киләсәктә тормош көткәндә үҙҙәренә кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтәбеҙ, - ти лагерҙың директоры Владлен Курунов.
Ҡасандыр үҙе лә ошо лагерҙа ял иткән, ә хәҙер вожатый эшен башҡарған Олокүлдән Арина Горбунова:
- Ике сменала вожатый булдым. Балаларға ла, беҙгә лә барыһы ла оҡшай. Хәрби әҙерлек, бындағы шарттар күңелгә яҡын. Уҡыусылар лагерҙа күп нәмәгә өйрәнә, - тигән фекерҙәре менән бүлеште.
- Мин бында тәүге тапҡыр. Бөтә нәмә оҡшай. Вожатыйҙарыбыҙ бигерәк яҡшылар. Туҡланыу ҙа һәйбәт. Бында килгәнемә бер ҙә үкенмәйем, - тип һүҙгә ҡушылды Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Индира Ишмөхәмәтова.
Ял итеп алған балалар беҙгә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтергә лә өлгөрҙө. Күңелле ялдар һеҙгә!
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: