Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
23 Июнь 2023, 11:57

Агротуризмға ҡыҙыҡһыныу арта

Бында ҡала шау-шыуынан бер нисә көнгә ял итергә, йәйәү йәки велосипедта матур һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә, үҙ ҡулдарың менән ҡаҡ ҡойорға, мейесле ауыл йортонда йәки быуа ярындағы глэмпингта йәшәргә тәҡдим итәләр.     

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы үткәргән аҙналыҡ эшҡыуарлыҡ сәғәтендә этно-, агротуризм проекты инициаторы ҡала шау-шыуынан бер нисә көнгә ял итергә, йәйәү йәки велосипедта матур һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә, үҙ ҡулдарың менән ҡаҡ ҡойорға, мейесле ауыл йортонда йәки быуа ярындағы глэмпингта йәшәргә тәҡдим итә.

Ҡунаҡ йорттарын, визит-үҙәк һәм палатка кемпингын урынлаштырыу урыны һайланған. Муниципаль программа сиктәрендә һәм күсемһеҙ милек объекттарын рәсмиләштереүҙә ярҙам кәрәк. Программаның шарттары аңлатылды, проект ярҙам аласаҡ.

"Беҙҙең заманда ғаилә туризмы, агротуризмға ихтыяж бар. Беҙ республиканың ике иң ҙур ҡалаһы араһында, Өфө-Ырымбур трассаһында урынлашҡанбыҙ, беҙҙә һыу ятҡылыҡтары, матур урындар күп, тимәк, туристик маршруттарҙы һәм инфраструктураны үҫтереү өсөн потенциал бар. География өҫтөнлөгөн файҙаланырға, туристарҙы йәлеп итергә кәрәк – ул район иҡтисадын үҫтереүҙең перспективалы йүнәлеше", - тип проектты хупланы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтен , "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә һәр кесаҙна үткәрәләр.

Үҙегеҙ хаҡында белдереү, консультация алыу өсөн 8-937-34-27-123 йәки 8-34745-21625 телефоны буйынса бизнес-шериф шылтыратырға йәки https://investrb.ru/.һылтанмаһы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша ғариза бирергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: