Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
13 Апрель 2023, 15:01

“Башҡорт яҙы” Ҡырмыҫҡалыға килде

Башҡортостанда “Башҡорт яҙы” тип аталған хәрби-патриотик марафоны старт алды. Ошо көндәрҙә илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тамаша район Мәҙәниәт һарайында үтте.

“Башҡорт яҙы” Ҡырмыҫҡалыға килде
“Башҡорт яҙы” Ҡырмыҫҡалыға килде

“Башҡорт яҙы” Ҡырмыҫҡалыға килде

Башҡортостанда “Башҡорт яҙы” тип аталған хәрби-патриотик марафоны старт алды. Ошо көндәрҙә илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тамаша район Мәҙәниәт һарайында үтте.

Иң беренселәрҙән буып һүҙ алған район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров үҙенең сығышында:

- Беҙҙең районда патриотик рухлы халыҡ йәшәй. Бөгөнгө марафонда беҙ ошо изге рухты иҫбат итергә һәм әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтергә йыйылдыҡ, - тине һәм яугирҙәрҙең тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

- Илебеҙ именлеге өсөн һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итеүен дауам итә. Кемдәрҙер гуманитар ярҙам күрһәтә, ә кемдәрҙер хәрби ғәскәр рәтенә баҫты. Бергәләп беҙ илдәге именлекте тәьмин итәсәкбеҙ. Берҙәмлектә көс икәнен оноторға ярамай. Ватаныбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж, - тигән фекерҙәрен еткерҙе Донбасс ирекмәндәре Союзы ағзаларының береһе сәхнә түренә сығып.

Илһөйәрлек, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү тураһындағы йыр-моңдарын был көндө Стәрлетамаҡ артистары бүләк итте. Үҙебеҙҙең билдәле “Далан” һәм “Йондоҙ” бейеү коллективтары ла дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Залда ултырған тамашасылар – мәктәп уҡыусылары, ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙата барҙы, ҡушылып йырлап та ебәрҙе.

Хәрби-ратриотик марафон сараһына килгән уҡыусыларҙың тамашаны бер тауыш-тынһыҙ, ихлас ҡарап ултырыуҙары уҡ киләсәк быуындың ныҡлы рухын сағылдырҙы.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: