Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
3 Апрель 2023, 16:45

Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ

Бөгөн Һәүәләй ауылының Еңеү паркында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ
Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ

Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ

Бөгөн Һәүәләй ауылының Еңеү паркында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.

- 1988 йылдың 28 апрелендә Ибраһим ауылында донъяға килгән Альберт Сәғит улы Дәүләтов Һәүәләй ауылы мәктәбендә белем ала һәм 2006 йылдың 7 июнендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Унда артиллерия разведкаһы отделениеһы командиры вазифаһында хеҙмәт иткәндән һуң 2009 йылдың 11 февраленә тиклем контракт буйынса хеҙмәт итеүен дауам итә.

2022 йылдың 28 октябрендә Альберт үҙ теләге менән өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә йүнәлтелә. Ҡаһарман яугир 2023 йылдың 6 февралендә батырҙарса һәләк була.

- Хөрмәтле Сәғит Тимерйән улы, Рая Борис ҡыҙы, ҡырмыҫҡалылар! Үҙемдең, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм барлыҡ депутаттар исеменән үҙенең хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк булған Альберт Дәүләтовтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Ватаныбыҙ именлеге хәүеф аҫтында. Һәм был бигерәк тә ошоноң кеүек ҡайғылы мәлдәрҙә нығыраҡ һиҙелә. Ҡырмыҫҡалы ерендә тәрбиәләнгән егет Тыуған илде һаҡлау юлын һайлаған. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәренең хөрмәтен ҡаҙанырға һәм үҙен ҡаһарман, тәүәккәл яугир итеп күрһәтергә өлгөргән. Альберт ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды, илебеҙ киләсәге өсөн һәләк булды һәм һәләк булғандан һуң юғары хәрби награда менән бүләкләнде. Хөрмәтле Сәғит Тимерйән улы, Рая Борис ҡыҙы! Бөгөн һеҙҙең менән бергә барлыҡ республика ҡайғыра. Шундай батыр ул, ҡыйыу яугир, ысын ир, барлыҡ Башҡортостан ғорурланырлыҡ илһөйәр үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Беҙ һеҙҙе ауыр саҡта яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, Альберт Сәғит улы. Һиңә һәм Рәсәй өсөн һәләк булғандарҙың барыһына ла мәңгелек дан! - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов

һәм сержант Альберт Дәүләтовтың Ҡаһарманлыҡ орденын мәрхүмдең ата-әсәһенә тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та яугирҙе изге һүҙҙәр менән хәтергә алды. Һәүәләй мәктәбе директоры Наталья Әхмәтова ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡшы уҡыуы, спорт һөйөүе тураһында һөйләне.

Сәлих Дәүләтов туғаны хаҡында:

- Яңы йыл алдынан ғына Альберт миңә шылтыратты, хәлен белдерҙе. Ул атаһының һөнәрен үҙләштереп, тырыш һәм эшсән, оҫта ҡуллы ташсы булды. Альберт Дәүләтов исемен яңы төҙөлгән урамдарҙың береһенә ҡушыу тәҡдиме лә бар. Бәхил бул, Альберт улым, тыныс йоҡла. Көҙ көнө ҡоштар йылы яҡҡа киткән саҡта киттең дә ҡоштар кире әйләнеп ҡайтҡан саҡта кире ҡайттың тыуған ереңә, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.

Батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ үҙе тыуып үҫкән Ибраһим ауылында ерләнде.

Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ
Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ
Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ
Яугирҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: