Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
24 Март 2023, 10:36

Күмәк кеше көсө талап ителә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға яҡташтарыбыҙ дәррәү ярҙам итеүен дауам итә. Был эшкә тотоноусыларҙың, уны ойоштороусыларҙың бихисап булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Ошо көндәрҙә Олокүл ауылы халҡының был юҫыҡта башҡарған эштәре менән таныштыҡ.

Күмәк кеше көсө талап ителә
Күмәк кеше көсө талап ителә

Күмәк кеше көсө талап ителә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға яҡташтарыбыҙ дәррәү ярҙам итеүен дауам итә. Был эшкә тотоноусыларҙың, уны ойоштороусыларҙың бихисап булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Ошо көндәрҙә Олокүл ауылы халҡының был юҫыҡта башҡарған эштәре менән таныштыҡ.
Олокүл ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан үҙебеҙҙең яҡташ егеттәргә төрлө күләмдәге дүрт маскировкалау селтәре һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар ебәреп тә өлгөргәндәр. Бөгөнгө көндә улар тағы ла маскировкалау селтәрҙәре әҙерләү менән мәшғүл.
- Был эштә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Аллаға шөкөр, ярҙам итергә теләк белдереүсе, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләүселәр бик күп. “Өфө балыҡсылыҡ компанияһы” йәмғиәтенән Дмитрий һәм Александр Арыҫлангәрәевтар бушлай бик күп селтәр бирҙеләр. Шулай уҡ улар селтәрҙе күмәртәләп һатып алыуҙа, уны алып килеүҙә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Шәхси эшҡыуар Басирова беҙҙе төрлө ваҡ-төйәк әйберҙәр менән тәьмин итә, матди яҡтан да булыша. Дарыуҙар һатып алыуҙа “Идиллия” дарыуханаһы оло ярҙам күрһәтә. “Дэлекса” йәмғиәте һәм “Йылылыҡ, һыу үткәреү әйберҙәре” магазины ла ситтә ҡалмай, даими рәүештә төрлө яҡлап ярҙам итеп торалар. Ауылдашыбыҙ Александр Новоселов өйҙә маскировка костюмы тегә. Киләсәктә “Водолей” магазины биргән туҡыманан яугирҙәргә һыу үткәрмәй торған костюмдар тегергә планлаштырабыҙ, - тип таныштырҙы эш барышы һәм пландары менән “Беҙҙең патриот” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ғәлиә Бикбаева.
Олокүлдәр хәрбиҙәргә маскировкалау селтәре үрергә теләгән Прибельский, Һәүәләй, Ефремкин, Иҫке Бәпес, Яңы Ҡыйышҡы һәм башҡа ауылдар халҡына ла кәрәкле материалдар табыуҙа ярҙам итә.
- Бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе күмәртәләп алырға тырышабыҙ. Шулай арзанға төшә. Барыһы ла ярҙам итергә ашҡынып тора. Мәҫәлән, шәмдәр алыр өсөн ғибәҙәтхана ярҙам итте. Өфөнән “Фәрештәнең алтын ҡулдары” йәмәғәт ойошмаһы электричка менән үҙҙәре теккән ун тактик носилка ебәрҙе. Ял көндәрендә ярҙамсыларыбыҙ бик күп киләләр. Улар араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, балалар ҙа бар, - ти был эште ойоштороусыларҙың береһе Регина Новоселова.
Маскировкалау селтәрен үреүҙең үҙ серҙәре лә бар икән. Уны үреүҙең билдәле бер схемаһын ирекмәндәр интернет аша оҫталыҡ дәрестәре ҡарап өйрәнгән.
Әйткәндәй, селтәр үреү бик үк еңелдән түгел икәнен үҙ иңдәремдә лә татып ҡараным. Эшләүе ҡыйын ғына, тиҙ генә ҡулдар тала. Шуға күрә, күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бында күмәк кеше көсө талап ителә. Ошондай оло эш башҡарыусыларҙың барыһына ла тик оло рәхмәт кенә әйтке килә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: