Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Февраль 2023, 13:57

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө!

23 февралдә илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был байрам – еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө!   Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы, ә илде һаҡлау – изге бурыс. Байрам уңайынан Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркында тантаналы митинг уҙҙы. Унда уҡыусылар, районыбыҙ ветерандары, төрлө ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө!
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө!

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө!

23 февралдә илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был байрам – еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө!   Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы, ә илде һаҡлау – изге бурыс. Байрам уңайынан Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркында тантаналы митинг уҙҙы. Унда уҡыусылар, районыбыҙ ветерандары, төрлө ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң һүҙ район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа бирелде.

- Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Эйе, барығыҙҙы ла, сөнки бөгөнгө көндә был байрам яңы мәғәнәгә эйә булды. Теүәл бер йыл элек Рәсәй Президенты махсус хәрби операция башланыуы хаҡында иғлан итте. Уның әһәмитәен беҙ барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Ул илебеҙ тыныслығы өсөн кәрәк. Йыл да ошо урында Еңеү байрамын ҡаршылайбыҙ. Әммә һуңғы ваҡиғалар был паркка яңы мәғәнә, яңы әһәмиәт бирҙе. Ошонда беҙ мобилизацияға оҙатабыҙ. Ҡыҙғанысҡа, ошонда уҡ Тыуған иле өсөн башын һалған яугирҙәребеҙҙе лә һуңғы юлға оҙатабыҙ. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа Ватанды һаҡлаусылар. Кемдәрҙер әлеге көндә алғы һыҙыҡта, кемдәрҙер станок артында илебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итә, ә башҡалар бар көсөнә беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итергә тырыша, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе һәм байрам менән ҡотланы.

- Бөгөн беҙ бында барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларҙы хәтергә алырға йыйылдыҡ. Мин, 40 йыл элек бер тапҡыр ант иткән һәм яурындарыма погондар элгән офицер булараҡ та, шулай уҡ әлеге көндә үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәгән ике  офицер улдарҙың атаһы булараҡ та сығыш яһайым, - тип үҙенең илһөйәрлек ҡараштарын белдерҙе Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов.

Райондың запастағы сик буйы йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннанов та митингта ҡатнашыусыларға үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илфат Юлмөхәмәтовтың һүҙҙәре бигерәк тә күңелдәргә үтеп инде:

- Бөгөн бында әйтелгәндәрҙең барыһы ла дөрөҫ. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең ярҙамды тоябыҙ. Һеҙҙән алған һәр бер йылы хәбәр-хаттар беҙҙең күңелдәрҙе йылыта, - тине ул.

Тантаналы митинг бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: