Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
18 Февраль 2023, 10:17

Һөйгәнен күрер өсөн меңәр саҡрым юл үткән

Яугир көтөлмәгән осрашыуға бик ҡыуанған.

Һөйгәнен күрер өсөн меңәр саҡрым юл үткән
Һөйгәнен күрер өсөн меңәр саҡрым юл үткән

Башҡортостандың ирекмәндәр батальоны яугиренең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы һөйөклөһө менән осрашыр өсөн ике мең километрҙан ашыу юл үтеп, Донецкиға барған. Был үҙенсәлекле ваҡиға тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Азат Саҙриев һөйләне.

Телеканалдың элекке хеҙмәткәре махсус операция биләмәһендә 2022 йыл аҙағынан бирле эшләй. Һалдат әйтеүенсә, ҡала үҙәгендә бындай көтөлмәгән осрашыуға ул бик ҡыуанған.

– Әлбиттә, мин быны көтмәгәйнем. Тәүҙә уның килеүенә бик борсолдом, ни тиһәң дә, хәрби хәрәкәт урыны. Әммә Донецкиҙа хәҙер тынысыраҡ, мин уны автобуста осраттым — уны күреп бик ҡыуандым, – тип хис-тойғоһо менән уртаҡлаша һалдат.

Өфөнән барған ҡыҙ әйтеүенсә, бында килеп етеүе ауыр булған, әммә ысын мөхәббәткә бер ниндәй кәртә юҡ.

– Юл ысынлап та еңел түгел, әммә айҙар буйы күрешмәгәс, уны бик һағындым һәм бында икәнлеген үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләнем, — ти ҡыҙ.

Башҡортостан батальондарының рухи остаздары Хәмзә-хәзрәт һәм отец Виктор йәштәргә фатихаларын һәм изге теләктәрен еткергән.

Мәҡәлә авторы: Иван Вавилов.

Фото: БЮТ

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: