Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
8 Февраль 2023, 06:24

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Районыбыҙҙың барлыҡ ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулдан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Прибельский ауыл советына ҡараған ауылдар халҡы ла “Һалдатҡа посылка” акцияһына дәррәү ҡушылды.

Күмәкләгән яу ҡайтарғанКүмәкләгән яу ҡайтарған
Күмәкләгән яу ҡайтарған

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Районыбыҙҙың барлыҡ ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулдан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

Прибельский ауыл советына ҡараған ауылдар халҡы ла “Һалдатҡа посылка” акцияһына дәррәү ҡушылды.

- Яҡташтарыма шул тиклем рәхмәтлемен. Ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итһәң дә шунда уҡ ярҙам итергә әҙер торалар. Әле лә күмәкләшеп ил һаҡлаусыларға күстәнәс һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашалар. Һарт-Наурыз ауылынан 81 йәшлек Мәфтуха Рәхмәтуллина ҡыҙы Эльвера Рауилова менән татлы бауырһаҡтар бешерҙе. Ирекмәндәр – Юрий Бубнов менән Константин Кадынцев маскировка селтәре үреү өсөн станок эшләне. Станок эшләү өсөн материалды Динар Сабитов бушлай бирһә, Олокүл ауылының “Беҙҙең патриот” ойошмаһы туҡыма һәм селтәр менән тәьмин итте.

Көн һайын ундан ашыу кеше төрлө аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар һәм башҡа әйберҙәр килтереп тора. Мәҫәлән, Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Илшат Ғайсин 60 кг бал килтерҙе. Гөлсинә Сиражетдинова менән Алевтина Янсыбаева татлы күстәнәстәр әҙерләгән. Әле ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә маскировка селтәре үрәбеҙ. Шулай уҡ парафин шәмдәр ҡоя башланыҡ. Район халҡының барыһы ла буш консерва банкалары менән ярҙам итте. Отец Андрей бик күп итеп балауыҙ бирҙе. Ярҙам итергә әҙер торған яҡташтарыбыҙҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Һалдаттарыбыҙға рухи һәм матди яҡтан ярҙам итеү – беҙҙең бурыс, тип уйлайым. Улар һәр саҡ беҙҙең хәстәрҙе тойорға, яңғыҙ түгелдәре икәнен аңларға, уларға ышаныуыбыҙҙы белергә тейештәр. Посылкаларыбыҙ 23 февраль байрамына барып етер, тип ышынабыҙ, - ти ойоштороусыларҙың береһе Фәнзиә Өмәтҡолова.

Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, ошондай саралар халыҡты берләштерә, илһөйәрлекте арттыра, татыулыҡты нығыта. Тыуған яҡ бүләктәре һалдаттарыбыҙға тиҙ арала барып етер, ҡыуандырыр һәм һаҡлар, тип ышанабыҙ һәм уларҙың барыһының да тиҙерәк һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас