

Берҙәмлектә -көс!
Район мәҙәниәт һарайында күп йылдар үҙҙәренең моңло һәм дәртле йырҙары менән беҙҙе ҡыуандырған Салауат Әйүпов етәкселегендәге “Дәрт” ансамбле ағзалары ла илдә барған хәлдәрҙән ситтә ҡалманы.
Ошо көндәрҙә “Дәрт”тең егет-ҡыҙҙары берҙәмләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ сәләме итеп күстәнәстәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләй башланы. Ансамблдең ҡатын-ҡыҙҙары матур йырлауҙан тыш, яҡшы хужабикә һәм оҫта тегеүсе лә икән. “Берҙәмлектә -көс” тип, улар күмәкләшеп хәрбиҙәр өсөн туҡмас киҫтеләр, тыуған яҡтың шифалы мәтрүшкәһенән сәйҙәр әҙерләнеләр, балаклавалар тектеләр һәм шулай уҡ һабын, быҡтырылған ит, бирсәтке кеүек төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алыуҙы ойошторҙолар.
Барлыҡ әйберҙәрен улар яҡташтарына ебәрер өсөн ҡумталарға һалып әҙерләп тә ҡуйҙылар һәм Алла бирһә, бик тиҙ арала кәрәк ергә егеттәргә барып етер, тигән өмөт менән йәшәйҙәр.