Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
28 Ғинуар 2023, 22:50

Атай менән улдың кем икәнлеге билдәле булды

Яңыраҡ махсус хәрби операция биләмәһендә атай менән улдың осрашыуы хаҡында тулҡынландырғыс видеояҙма ҡарағайныҡ...

Атай менән улдың кем икәнлеге билдәле булды
Атай менән улдың кем икәнлеге билдәле булды

Атай - 50 йәшлек йөк ташыусы ирекмән Виктор, ул - 24 йәшлек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы элекке тракторсы Алексей. Мәскәү өлкәһендә йәшәгән ир улын күреү өсөн ирекмәндәр сафына баҫа һәм гуманитар йөк ташыусы булып меңәрләгән саҡрым юл үтә.

Владимир барып етергә бер нисә километр ҡалғас, түҙмәй, рациянан: "Батя саҡыра, Батя саҡыра", - тип ҡабатлай. Шулай улы атаһының гуманитар йөк тейәп килә ятҡанын белә. 

Улар осрашып, йөктө бушатҡансы бер сәғәт тирәһе һөйләшә. Һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашып, әсәйҙәренә видеомөрәжәғәт яҙҙырып өлгөрәләр. Атаһы улына бер йәшник яратҡан мандариндарын тапшыра. 

Өс ай күрешмәй торғандан һуң уларҙың тулҡынландырғыс осрашыу мәлен һүрәтләгән видео бөтә илгә таралды һәм рәсәйҙәрҙең йөрәген яулап алды.

- Иланым, әлбиттә. Шунһыҙ нисек? Мин уны яратам. Унан башҡа ҡулһыҙ ҡалған кеүекмен. Тормошҡа пландарыбыҙ, эштәребеҙ байтаҡ. Фермер хужалығын үҫтерергә теләйбеҙ. Яңыраҡ улыма трактор һатып алдым. Ул ер һөрөргә яратты, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Владимир.

Атай кеше ғинуарҙа тағы ла улы янына йыйына ине. "Улым аҙыраҡ һыуыҡ үткәреп ауырып алды, мин уға әфлисундар алып барасаҡмын", - ти ул. Атай менән ул йәнә осрашҡандыр, тип ышанайыҡ.

Фото: russia-today.net 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-28/atay-men-n-uldy-kem-ik-nlege-bild-le-buldy-3122667?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: