Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
5 Ғинуар 2023, 21:22

“Томан” улы менән танышты!

"Ул өйҙә биш көн генә булды ла, махсус хәрби операция зонаһына, алғы һыҙатҡа китте”, – тине ҡатыны Гөлнара.  

“Томан” улы менән танышты!
“Томан” улы менән танышты!

Александр Доставалов исемендәге батальон взводтарының береһе командиры, өлкән сержант “Томан”дың ноябрь башында улы тыуыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡатыны Гөлнара менән улар малайҙарына Нуриман тип исем ҡушҡайны.

Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, Томан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өйөнә ҡайтҡан һәм улы менән таншҡан. Был турала “Башинформ” агентлығына яугирҙең ҡатыны Гөлнара һөйләгән.

“Томандың улы менән беренсе осрашыуы. Ул өйҙә биш көн генә булды ла, махсус хәрби операция зонаһына, алғы һыҙатҡа китте”, – тип яҙҙы Гөлнара.

Бәпескә иҫән-һау үҫеүен, ә атаһына тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙы теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: