Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
5 Ғинуар 2023, 10:27

Күҙ нурҙарын ҡушып бәйләйҙәр

Олокүл ауылында урынлашҡан "Беҙҙең патриот" волонтерҙар штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға бик ҙур ярҙам күрһәтә. Теләктәре булған һәр кем был штабҡа аҡса килтерә, был аҡсаға квадрокоптерҙар, аҙыҡ-түлек һатып алынып, посылкалар ебәрелә.

Күҙ нурҙарын ҡушып бәйләйҙәр
Күҙ нурҙарын ҡушып бәйләйҙәр

Һалҡын ҡыш көндәрендә ир-егеттәребеҙ өшөп йөрөмәһендәр өсөн йөн ойоҡбаштар бәйләү менән дә шөғөлләнә улар. Апай-инәйҙәргә ойошма һарыҡ йөнө һатып алып бирә һәм улар бәйләп штабҡа килтерә. 

- Ойоҡбаштарҙы бар күңел йылыбыҙҙы һалып бәйләйбеҙ. Улар егеттәребеҙгә барып етеп, аяҡтарын йылытып йөрөтһөн, - ти инде бер нисә партия ойоҡбаштар бәйләргә өлгөргән Шайморатов ауылынан Флүрә Ғүмәрова, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Фәриҙә Халиҡова һәм Фидалия Ғүмәровалар.

Уларҙың был изге эштәренә башҡа ауылдарҙа йәшәүсе апай-еңгәйҙәр, ҡыҙҙар һәм килендәр ҡушылырҙар, тип ышанғы килә. Шулай уҡ "Беҙҙең патриот" ойошмаһы аша эске кейем, йылы кейемдәр, медицина кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек ебәрергә була. Уларҙы ошо адрес буйынса килтерегеҙ:  Олокүл ауылы, К.Маркс урамы, 80-се йорт ("Магнит" магазины), Динараға мөрәжәғәт итергә.

Аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр  2202 2061 3360 4418 Лена Фаил ҡыҙы Л исеменә бәйләнгән картаға күсерә ала.

Әлеге ваҡытта егеттәребеҙ беҙҙең ярҙам мохтаж, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙырға тырышайыҡ, йәмәғәт. Ә инде ҡышҡы оҙон кистәрҙә күҙ нурҙарын ҡушып ойоҡбаштар бәйләгән инәйҙәргә афарин һәм ҙур рәхмәт.

Гөлсәсәк Аласова.

Күҙ нурҙарын ҡушып бәйләйҙәр
Күҙ нурҙарын ҡушып бәйләйҙәр
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: