Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
2 Декабрь 2022, 19:48

Республикабыҙҙан 180 егет Алыҫ Көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды

Бөгөн Башҡортостандан 180 егет Алыҫ Көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды. Был хаҡта республика вице-премьеры Ирек Сәғитов хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 ноябрҙә Башҡортостандан 200 егет саҡырылды. Улар ҙа Өфөнән Алыҫ Көнсығышҡа оҙатылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы.

Республикабыҙҙан 180 егет Алыҫ Көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды
Республикабыҙҙан 180 егет Алыҫ Көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды

Ирек Сәғитов әйтеүенсә, оҙатыр алдынан егеттәрҙең һаулыҡ торошо иғтибар бирелә. Улар коронавирус инфекцияһына тест тапшырған, бынан тыш, медицина битлектәре, бактерияларға ҡаршы дарыу саралары, шулай уҡ әйбер һәм ризыҡ менән тәьмин ителгән.

«Саҡырылыш кампанияһы дауам итә, кисә хеҙмәттәштәрем менән саҡырылыш комиссияһы ултырышында ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙек. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, алдағы саҡырылыш саралары Украинала махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле түгел. Ул Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм планға ярашлы тормошҡа ашырыла», — тип яҙҙы Ирек Сәғитов үҙенең телеграм-каналында.

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Башҡортостандан Хәрби Көстәр сафына бөтәһе 4 мең егет оҙатыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-02/iz-bashkirii-na-dalniy-vostok-otpravilis-sluzhit-380-prizyvnikov-3055473

 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: