Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
8 Ноябрь 2022, 12:28

Барлыҡ быуын моряктарға арнала

Ошо көндәрҙә Прибельский ауылында тағы бер стела хасил булды.

Барлыҡ быуын моряктарға арнала
Барлыҡ быуын моряктарға арнала

Барлыҡ быуын моряктарға арнала

Ошо көндәрҙә Прибельский ауылында тағы бер стела хасил булды. “Барлыҡ быуын моряктарға” тип аталған был һәйкәлдең исеме үк, уның кемдәргә арналғаны икәнен әйтеп тора.

Һәйкәлде асыу тантанаһына бик күп кеше йыйылғайны. Улар араһында ябай ауыл халҡы ла, Диңгеҙ флоты ветерандары һәм ҡунаҡтар ҙа бар ине. Иң тәүге һүҙ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиеваға бирелде.

- Ауыл тормошонда мөһим ваҡиға бөгөн. Барлыҡ ауыл халҡының күмәк көсө менән ошондай матур һәйкәл пәйҙә булды. Барығыҙға ла оло рәхмәтлемен. Илебеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ, ғаиләләрҙә именлек һәм бәхет хөкөм һөрөүен теләйем. Ошо эште башлап йөрөүсе Наил Рауиловҡа район хакимиәте башлығы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Виктория Риф ҡыҙы һәм илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеүсе Наил Сәйфелғәлим улына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Прибельский ауыл советы хакимиәте башлығы Наталья Суркова ла үҙенең сығышында ауылдаштарҙы оло ваҡиға менән ҡотлап үтте һәм:

-  Был һәйкәлде эшләү идеяһы үҙебеҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙ, ветерандар советы тарафынан барлыҡҡа килде. Апрель айында ҡарар сығарғайныҡ, бөгөн беҙ ул һәйкәл янында ла торабыҙ. Стеланы төҙөү өсөн бар халыҡ ярҙам итте. Кемдер финанс яҡтан ярҙамлашһа, кемдәрҙер башҡаса көс түкте. Бер кем ситтә ҡалманы, - тине.

Был көндө Республиканың Диңгеҙ Йыйылышының Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән ошо эштә ҙур ярҙам күрһәтеүсе ҡырҡҡа яҡын кеше бүләкләнде.

Башҡортостандың Диңгеҙ Йыйылышының маҡтаулы ағзаһы, райондың Диңгеҙ Йыйылышы рәйесе, өлкән мичман Наил Рауилов та яҡташтарына оло рәхмәтен һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, башҡарылған эштәрҙе һанап үтте. Ул киләсәк быуынды илһөйәрлек өлгөһөндә тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бер төркөм ауылдаштарына юбилей миҙалдары, иҫтәлекле китаптар тапшырҙы. Шулай уҡ үҙе лә шундай уҡ миҙал менән бүләкләнде.

Ауыл халҡын оло байрамдары менән ҡотлап, дин әһелдәре лә изге теләктәрен әйткәс, һәйкәлдең ҡыҙыл таҫмалары киҫелде. Барлыҡ ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскәләр һалып, бер минут тынлыҡ менән мәрхүм булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар.

Тантаналы митинг һуңында ошо көндәрҙә Прибельский ауылында уҙған Хәйриә концертында йыйылған аҡсаны ауыл советы хакимиәте башлығы Наталья Сурковаға тапшырылды. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сараны концерт номерҙары менән биҙәне.

Ошондай изге ниәттәр менән эшләнгән матур һәйкәлдәр булған саҡта, ил алдында изге бурысын үтәгән барлыҡ быуын моряктар яҡташтарыбыҙ хәтерендә мәңге һаҡланыр.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: