

Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Суфия Биккужина мобилизацияланған яҡташ егеттәрҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Малай ауылынан Илдар Йәлилов, Түбәнге Төкөндән Рәсил Ҡаһиров һәм Бишауыл-Уңғарҙан Рәиф Искәндәровтарҙы улар туғандары менән бергәләшеп һыйлап, мунса кертеп, ҡунаҡ итеп оҙатып ҡуйғандар. Шулай уҡ белгән доғаларын уҡып, егеттәрҙең һәр береһенә иҫәнлек-именлек теләп доғалар яҙып биргән Суфия апай. Ошондай ҙа изге эш башҡарғанығыҙ өсөн оло рәхмәтлебеҙ һеҙгә! Ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк һәм иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!