Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
6 Октябрь 2022, 12:25

Ойоҡбаштар йылытыр ҙа, һаҡлар ҙа...

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән изге акция сиктәрендә әлеге ваҡытта районыбыҙ халҡы мобилизацияланғандар ир-егеттәр өсөн йылы кейемдәр, ойоҡбаштар йыйыу менән мәшғүл. Был акцияға яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡушылды.

Ойоҡбаштар йылытыр ҙа, һаҡлар ҙа...
Ойоҡбаштар йылытыр ҙа, һаҡлар ҙа...

Ойоҡбаштар йылытыр ҙа, һаҡлар ҙа...

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән изге акция сиктәрендә әлеге ваҡытта районыбыҙ халҡы мобилизацияланғандар ир-егеттәр өсөн йылы кейемдәр, ойоҡбаштар йыйыу менән мәшғүл. Был акцияға яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡушылды.

Иң тәүгеләрҙән булып Прибельский ауылы халҡы бөгөнгө көндә ил һаҡлаусы яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡбаштар бәйләп, уларҙың эсенә изге һүҙҙәр яҙылған яҙыуҙар һалып, башҡа төрлө кәрәк-яраҡтарын да хәстәрләп һалдаттарға оҙаттылар.

- Хөрмәтле ауылдаштарымдың барыһына ла оло рәхмәт белдерәм. Үҙегеҙҙең күҙ нурҙарын түгеп, изге теләктәрегеҙҙе әйтеп бәйләгән йылы ойоҡбаштар бөгөнгө көндә ил һаҡлаусы ире-егетәребеҙҙең аяҡтарын йылытып ҡына ҡалмаҫ, ә шулай уҡ һаҡлап та йөрөтөр, тип ышанам, - тигән рәхмәт һүҙҙәре менән өндәшә үҙҙәренең ауылдаштарына Прибельский ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Фәнзиә Өмәтҡолова.

Мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә Үтәгән ауылы халҡы ла тиҙ арала берҙәм һәм рәүештә посылка йыйған. Унда улар һалдаттар өсөн иң кәрәкле булған: йылы кейемдәр, медицина кәрәк-яраҡтары, эске кейемдәр, санитар-гигиена әйберҙәре һалған. Шулай уҡ һәр посылкаға ауылдаштар үҙҙәренең иң изге теләктәрен белдереп, тиҙерәк һәм иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙып һалғандар.

Был изге акцияға Иҫке Бәпес ауылы халҡы һәм шулай уҡ башҡа бик күп ауылдар бик теләп ҡушылды.

Яҡташтарыбыҙ ебәргән күстәнәс-бүләктәрҙе һәм изге теләктәр яҙылған хаттарҙы ғәскәргә алынған ир-егеттәр ҡыуанып ҡабул иткәндер, тип ышанабыҙ.

Әйткәндәй,  ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов "Йөрәк йылыһы" тип аталған акция иғлан итеүҙәре хаҡында белдерҙе. Уларҙың да ниәттәре шундай уҡ:

- Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, башҡа йылы кейем-һалым, әҙ булһа ла өй күстәнәсе ебәрһәгеҙ, улар йөрәк йылыһын тойор ине. Оҙаҡламай һыуыҡ көндәр башлана. Улдарыбыҙҙы һалҡындан аралап, хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Йылы әйберҙәргә ҡушып, "улыма", "батыр егеткә", "именлек теләйем" кеүек һүҙҙәр менән хаттар, шиғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдаттарыбыҙ уҡып ҡыуаныр, көс-ғәйрәттәре артыр ине. Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Акциянан бер ауыл да, бер район-ҡала ла ситтә тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ", – тигән һүҙҙәр менән изге эштә ҡатнашырға саҡырҙы Тимерйән Рәжәпов.
Шуны  ла әйтергә кәрәк: район үҙәгендә волонтерҙар штабы асылған. Район Мәҙәниәт һарайының 41-се кабинетында урынлашҡан штаб көн дә иртәнге 9.00 сәғәттән алып киске 19.00 сәғәткә тиклем эшләй (13.00-14.00 сәғәттәрҙә төшкө аш ваҡыты). Мобилизацияға алынған яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары тулы мәғлүмәт йәки ярҙам алыу өсөн барлыҡ һорауҙар менән шулай уҡ 8(34765)2-12-61 телефонына шылтырата ала.

Лия ТИМЕРОВА

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: